+14 °С
Облачно


Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһының «Башҡортостан» полкының хәрби машинаһы командиры Динар Миһранов бер үҙе дошман дрондарының һөжүмен кире ҡаға.
Хәрби бурыстарҙың береһен үтәгәндә сержант Миһранов булған ерҙә дошмандың пилотһыҙ аппараттары бер-бер артлы һөжүм итә башлай. Оло йөрәкле хәрби машина командиры ут позицияһында эшләүен дауам итә. Ул бер үҙе ун ике дрондың башына етә. Уның ярҙамы менән дошмандың һөжүмен кире ҡағыу мөмкин була.
Ил алдындағы батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Динар Миһранов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән һәм дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән.
Фото интернеттан алынды.