+15 °С
Облачно


“Башҡортостан”полкының Алексей Сухоруков исемендәге батарея боевой машинаһы командиры Динар Миһранов бер үҙе дошман дрондары һөжүмен кире ҡайтарған.
Хәрби бурысты үтәгән саҡта сержант Миһрановтың расчетына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итә. Командир утлы позицияла эшен дауам итә, бер үк ваҡытта расчетҡа етәкселек итеп, яңғыҙы 12 дрондың һөжүмен кире ҡаға, шулай итеп, пехотаға артиллерия уты ярҙамға килә. Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Динар Миһранов генерал Шайморатов миҙалы менән наградлана һәм дәүләт наградаһыа тәҡдим ителә.
Фото: сығанаҡ ”Башинформ”.