Шоңҡар
+18 °С
Ясно

Башҡортостан Башлығы журналистарға рәхмәт белдерҙе

Форумдың «Барыһы ла Еңеү өсөн» тигән девизды һайлауына бик рәхмәтлемен. Уны күтәреп алыуҙары өсөн бик рәхмәтлемен», – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы журналистарға  рәхмәт белдерҙеБашҡортостан Башлығы журналистарға  рәхмәт белдерҙе
Башҡортостан Башлығы журналистарға рәхмәт белдерҙе

 

16 июндә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының «БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!» медиафорумы бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте.

«Башҡарған эшегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. Ысынлап та бик ауыр осорҙа йәшәйбеҙ. Һуңынан был ваҡыт тураһында һуңынан легендалар һөйләйәсәктәр. Ауыр осор. Кемдер бирешә, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итә, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен эшләй. 2,5 мең журналистан, мөхәррирҙән, нәшерселәрҙән торған был армия үҙ эшен тауыш-тынһыҙ, тыныс ҡына башҡара. Һеҙ беҙгә, башҡарма властарға, үҙ эшебеҙ менән шөғөлләнергә һәм иң тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итергә мөмкинлек биргән ныҡлы ҡалҡан булдыраһығыҙ. Форумдың «Барыһы ла Еңеү өсөн» тигән девизды һайлауына бик рәхмәтлемен. Уны күтәреп алыуҙары өсөн бик рәхмәтлемен», – тине Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

Азат Ғиззәтуллин

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас