

Ил таяныр ныҡлы егеттәр бар арабыҙҙа. Йәш кенә булыуҙары ҡарамаҫтан, үҙ иңенә ҙур яуаплылыҡ алған яугирҙәр - беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
Ҡариҙел районынан “Татарин” позывнойлы егет махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы булып хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә ул ялға тыуған яҡтарына ҡайтты. Беҙгә уның менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Хәрбилек уның барлыҡ булмышында. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана һәм был маҡсатына өлгәшә. Атаһы яғынан ҡарт олатаһының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы ла уны был аҙымға этәрә. Атаһы яугир ҡартолатаһының батырлыҡтары тураһында бала саҡтан һөйләп, улын илһөйәрлек рухында тәрбиәләп үҫтерә.
“Татарин” тәүҙә Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһында армия сафтарында һалдат бурысын үтәй. Һуңынан Сүриәлә контракт буйынса хеҙмәт итә. Унда юлланғансы Мәскәүҙә үҙе ҡыҙыҡһынып, БПЛА операторына уҡып сыға.
2023 йылда махсус хәрби операцияға юлланғас та ошо һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәй.
– Был һөнәр эйәләренән түҙемлек, стресҡа ҡаршы тора алыу, тиҙ генә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү сифаттары талап ителә, – тине яугир.
Йәш кенә, ләкин бик яуаплы бурыс үтәгән егеткә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Атай-әсәйҙәренең генә түгел, яҡташтарының да ғорурлығы ул. Уның кеүек булырға ынтылған йәш быуынға кәңәштәре лә бар.
–Ҡурҡырға кәрәкмәй. Бер кемде тыңламай, үҙеңдең башың менән уйларға, үҙеңдең юлың буйынса барырға кәрәк, – тине “Татарин”.
Ныҡлыҡ, көс бөркөлөп тора Ҡариҙел яугиренән. Уның лайыҡлы хеҙмәт итеүе тураһында наградалары ла һөйләй. Сүриәлә хеҙмәт иткәндә “Терроризмға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Махсус хәрби операцияла ла һынатмай. Уға “2-се дәрәжә хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары тапшырылған.
Махсус хәрби операциянан бер нисә тапҡыр ялға ҡайтҡан яугир. Был юлы ла ул һағынып, ашҡынып ҡайта тыуған яҡтарына.
– Әлбиттә, ситтә йөрөгәндә атай-әсәй, йәшәгән төйәк һағындыра. Ялдан көс-ҡеүәт алып китәм. Тыуған яғым ыңғай хис-тойғолар бирә, яҡын кешеләрем эргәлә булғанда күңелгә тыныс, – тине егет.
Махсус хәрби операция тамамланып, Ҡариҙел яугиренә иҫән-имен йәнтөйәгенә ҡайтырға, күңелендәге уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға насип булһын.
Фото: яугирҙең шәхси альбомынан.
Резеда Шәнгәрәева