

Өфөлә Башҡортостан журналистарының “Медиайыйын” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында "Йәншишмә" гәзитенең бүлек мөдире Зөһрә Хәкимова ла бар. Ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы бына өс тиҫтә йылдан ашыу "Йәншишмә" гәзитендә эшләй. Өлгөр журналист ирекмәнлек эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Былтыр Ғаилә йылына арналған «Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында» акцияһы сиктәрендә ил һағында торған батыр атай, ағайҙар хаҡында яҙылған мәҡәләләр менән сығыш яһай. Был изге эште тынғыһыҙ хәбәрсе, коллегабыҙ Зөһрә Хәкимова ойошторҙо. Гәзит уҡыусылар ҙа дәррәү күтәреп алып, үҙҙәре лә уҡымлы хаттар ебәреп торҙо.
Журналист Зөһрә Хәкимова яҙмаларындағы геройҙарының милләте төрлө-төрлө, әммә уй-маҡсаттары, выждан ҡушыуҙары бер – Ватанды һаҡлау. Улар – башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм мордва халыҡтары вәкилдәре. Республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында ошо геройҙар хаҡында мәҡәләләр һәр береһенең үҙ телендә баҫылып сыҡты. Улар «Башҡортостан», «Республика Башкортостан», «Кызыл таң», «Йәшлек», «Өмет», «Баймакский вестник», «Һаҡмар», «Чолман», «Урал сасси» һәм «Ошмес» гәзиттәрендә донъя күрҙе. Һәр береһендә халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты данлай автор. Эйе, беҙ дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.
– Махсус хәрби операцияла тыуған Башҡортостаныбыҙҙан бик күп илһөйәр, ҡыйыу егеттәребеҙ ҡатнаша. Батыр исеме үлемһеҙ, ти халыҡ. Уларҙың исемдәре лә тарих биттәренә алтын хәреф менән уйылырға тейеш. Шуға ла ошо яугир-геройҙарыбыҙ хаҡында яҙырға булдым, – ти Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы.
Һәр бер геройының, ғаиләһенең күңел торошо менән йәшәй ул. Яугирҙар тураһында ентекләп, тәфсирләп яҙа, мәҡәләләренә илһөйәрлек, ерһөйәрлек, телһөйәрлек, ватансылыҡ орлоҡтары, әҙәп-әхлаҡ, иман сатҡыһы һалырға тырыша.
Римма Баймырҙина