Шоңҡар
+17 °С
Облачно

"Боцман"ға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырылды

– Беҙ, махсус хәрби операциялағы һалдаттар, беребеҙ ҙә дан артынан ҡыумайбыҙ, маҡсатыбыҙ – Рәсәйҙе дошмандан һаҡлау, – тине Балаҡатай районы уҙаманы.

"Боцман"ға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырылды"Боцман"ға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырылды
"Боцман"ға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһендәге "Боцман" позывнойлы Ватан һаҡсыһына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Был турала Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова хәбәр итте.

– Беҙ, махсус хәрби операциялағы һалдаттар, беребеҙ ҙә дан артынан ҡыумайбыҙ, маҡсатыбыҙ – Рәсәйҙе дошмандан һаҡлау, – тине Балаҡатай районы уҙаманы.

Белеүебеҙсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың барыһы ла заманса хәрби ҡоралдар менән оҫта эш итә, улай ғына ла түгел, пилотһыҙ осоу аппаратының нескәлектәрен энәһенән-ебенә хәтлем өйрәнеү яҡлы. Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙҙың уйында ла бындай теләктең уяныуына тамсы ла шикләнмәйбеҙ, хатта ошо йүнәлештәге ғәскәрҙә хеҙмәт итһә лә аптырарлыҡ түгел.

 

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас