Шоңҡар
+18 °С
Облачно

Дрондар өсөн шәп двигетелдәр

Университетта юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен дә хәл итәләр. Бында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары һөнәренә уҡытыу ойошторолған.

Дрондар өсөн шәп двигетелдәрДрондар өсөн шәп двигетелдәр
Дрондар өсөн шәп двигетелдәр

 

Был бурысты Евразия фән-белем биреү үҙәге вузы ғалимдары хәл итә

Башҡортостанда «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектына (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) ярашлы, пилотһыҙ авиацияла импортты алмаштырыу мәсьәләһе әүҙем хәл ителә, тип хәбәр итә республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғрифәти үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть-техник университетының (ӨДНТУ) реверсив инжиниринг үҙәгендә “Приоритет 2030” – стратегик академия лидерлығы программаһына – ярашлы, аграр һәм сәнәғәт дрондары өсөн ике тактлы двигателдәр эшләү буйынса проект тормошҡа ашырыла. Инженерҙар сит ил өлгөләренә таянып, уларҙы 3D-сканерлау һәм моделләштереү ысулы ярҙамында конструкцияға үҙ төҙәтмәләрен индерә. Бынан тыш, көс ҡоромаларының хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу өсөн, цилиндрҙарҙа туҙыуға бирешеп бармаған заманса япмалар ҡулланыла.

Университетта юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен дә хәл итәләр. Бында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары һөнәренә уҡытыу ойошторолған.

– Бөгөн ауыл хужалығы секторында ла БПЛА-ға ихтыяж ҙур. Улар ҙур йөк ташый һәм ҙур ерҙәрҙе эшкәртә алһын өсөн, етештереүсәнлеге юғары, цилиндрҙары күберәк булырға тейеш. БПЛА-ға килгәндә: беҙ тауышты кәметеү, шулай уҡ етештереүсәнлекте арттырыу буйынса эшләйбеҙ, – тип билдәлйә Өфө дәүләт нефть техник университетының Реверсив инжиниринг үҙәге директоры Мария Демченко.

 

Фото: dzen.ru/resbash.ru

Рәүилә Ғатауллина

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас