Шоңҡар
+19 °С
Облачно

Матбуғат йортонда "Әсән" менән осраштыҡ

Радик Динәхмәтов хәрби бурысын үтәү менән генә сикләнмәй, шулай уҡ яугирҙәр алдында концерт номерҙары менән дә сығыш яһай, ялдарын ойоштороу саралары менән дә булыша. Ялға ҡайтҡанда ла уны төрлө осрашыуҙарға саҡыралар, уҡыусылар, студенттар алдында сығыш яһап, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Матбуғат йортонда "Әсән" менән осраштыҡМатбуғат йортонда "Әсән" менән осраштыҡ
Матбуғат йортонда "Әсән" менән осраштыҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир, “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемен йөрөткән медицина ротаһында водитель булып хеҙмәт иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов әлеге ваҡытта сираттағы ялда.

Ошо мөмкинлекте файҙаланып, уны республика баҫмалары мөхәррирҙәре менән осрашыуға саҡырҙылар. Йәнле һөйләшеү “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллинаның эш кабинетында үтте.

“Әсән” позывнойы аҫтында хеҙмәт иткән яугир үҙенең нисек Ватан һағына баҫҡаны, ундағы шарттар, әлеге ваҡытта башҡарған бурыстары тураһында ентекләп һөйләне. Быға тиклем еңел автомобилдә генә йөрөгән артист халыҡта “буханка” тип аталған “ВАЗ”ға тәүге тапҡыр нисек идара итеүе тураһында шаян итеп һөйләне.

– Алғы һыҙыҡтағы егеттәр алдында баш эйәм, һоҡланам, – тине ул.

Уның һүҙҙәренсә, “Башҡорт” позывнойын алған төрлө милләт вәкилдәре лә күп. Улар ошо исем аҫтында көрәшеүҙәренә ғорурлана.

Радик Динәхмәтов хәрби бурысын үтәү менән генә сикләнмәй, шулай уҡ яугирҙәр алдында концерт номерҙары менән дә сығыш яһай, ялдарын ойоштороу саралары менән дә булыша. Ялға ҡайтҡанда ла уны төрлө осрашыуҙарға саҡыралар, уҡыусылар, студенттар алдында сығыш яһап, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

“Әсән” үҙенең госпиталдә ятҡан сағын да иҫкә алды. Әйткәндәй, яраланған һалдаттарға түләнгән өс миллион һумды ул тулыһынса яуға кәрәкле әйберҙәр алыуға биргән. Ошо миҫал да уның ни тиклем ябай булыуы һәм Ватанын, яуҙаштарын ысын күңелдән яратыуы хаҡында һөйләй.

Яугир-артист менән аралашыу беҙҙең алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә, яугирҙәргә оло ихтирамыбыҙҙы тағы ла арттырҙы.

Ватан һаҡсыларына мең-мең рәхмәт! Еңеү менән иҫән-һау ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Рәмилә МУСИНА фотолары.  

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас