

Аталы-уллы Ватан һағында торалар
Илде һаҡлаусылар сафында йәштәр аҙ түгел. Шуларҙың береһе – БПЛА бүлексәһендә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ Илья Лазарев. Шуныһы иғтибарга лайыҡ, уның атаһы шулай уҡ хәҙер махсус хәрби операция зонаһында йөрөй.
Ул Йәрмәкәй районында тыуған, Баженов ауылында үҫкән һәм мәктәпте тамамлаған. Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғас, Илья хеҙмәттә була һәм тормошон армия менән бәйләргә ҡарар итә. Бөгөн ул – пилотһыҙ авиация операторы.
Заманса хәрби операциялар алып барыу шарттарында БПЛА операторҙарының эшен баһалап бөтөрөрлөк түгел. Ул ентекле әҙерлек, теүәллек, бурыстарҙы тәрән аңлау талап итә. Күп операцияларҙың уңышлы быулуы, разведка мәғлүмәттәрен ваҡытында алыу һәм, иң мөһиме, беҙҙең һалдаттарҙың именлеге уларҙың оҫталығына бәйле. Был хәрби хеҙмәткәрҙәр – юғары технологияләр һәм реаль хәрби хәрәкәттәр шарттарында армияның күҙҙәре һәм ҡолаҡтары.
Беҙ батырлыҡ, яуаплылыҡ һәм тыуған илгә тоғролоҡ күрһәтеп, үҙ бурыстарын үтәүче ватандашларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
"Дим буйҙары" гәзитенән
Фото А. Сәхәбиев битенән.