

Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов (позывнойы “Ҡатау”) менән осрашыу ойошторолдо. Сара ауыл мәҙәниәт йортонда быйыл яҙ үтте.
Вәсил Ямалетдинов Илсекәй төп мәктәбендә белем ала. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан тәүге уҡытыусыһы Зөлфирә Мирхәйҙәрова һәм математика уҡытыусыһы Рифат Мирхәйҙәров уның уҡыуға яуаплы ҡарауын, тиҫтерҙәре менән яҡшы мөнәсәбәтен, хеҙмәт яратыуын, ярҙамсыл булып үҫеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Илсекәй мәктәбенең ул саҡтағы директоры, инглиз теле һәм география уҡытыусыһы Әғзәм Фәссәхов Вәсилдең батыр булып үҫеүендә олатай-өләсәһе тәрбиәһенең йоғонтоһо ҙур булыуын әйтте. Егеттең буласаҡ һөнәре хаҡында ла: “хәрби булырға теләйем”, тигәнен хәтергә төшөрҙө.
Вәсил быйыл 9 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашыуы тураһындағы тәьҫораттары менән бүлеште.
Рәсәй Геройы, рота командиры, капитан Вәсил Камил улы Ямалетдинов БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БАГСУ) студенты булды. Ул дәүләт һәм муниципаль идара итеү, иҡтисад факультетына уҡырға инде. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Башҡортостандың МХО ветерандары Ассоциацияһына ла торҙо.
"Йүрүҙән" гәзитенән