Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Августа , 10:05

“Юлдаш” радиоһы журналисы минаға эләккән

21 июлдә ул һуғыш яланынан яралыны эвакуациялай һәм шул саҡта пехотаға ҡаршы мина шартлай. Һөҙөмтә аяныслы, уның аяғы бот төбөнән өҙөлә.

“Юлдаш” радиоһы журналисы минаға эләккән“Юлдаш” радиоһы журналисы минаға эләккән
“Юлдаш” радиоһы журналисы минаға эләккән

 

Хеҙмәттәшебеҙ, “Юлдаш” радиоһы журналисы Байтулла Фәтҡуллин 2023 йылдың декабрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә китә. Унда ул яугир булараҡ төрлө батырлыҡтар күрһәтә. Бының өсөн күптән түгел "Жуков" һәм "МХО ҡатнашыусыһы" миҙалдары менән наградлана.

21 июлдә ул һуғыш яланынан яралыны эвакуациялай һәм шул саҡта пехотаға ҡаршы мина шартлай. Һөҙөмтә аяныслы, уның аяғы бот төбөнән өҙөлә.

Хеҙмәттәштәре Байтулланы ут аҫтынан сығара, яраһын бәйләй, ботаҡтан шина яһай. Ул носилка килеп еткәнсе, бер саҡрым араны һыңар аяғында һикереп, иптәштәре иңенә таянып бара.

Әле Байтулла госпиталдә, табиптар аяғының бер өлөшөн ампутациялай. Ул эвакуациялаған яралы яугир иҫән ҡала. Икеһе лә бер палатала ята.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: "Журналистарыбыҙ бөгөн Ватанды яҡлай – кемдер ҡорал менән, кемдер һүҙ менән", - тигәйне.

Ә Байтулла Фәтҡуллин ике юлды ла һайлай. Хатта яҙмыш һынауҙарынан һуң да ул төшөнкөлөккә бирелмәй.

Афарин, хеҙмәттәш! Тиҙерәк һауығыуыңды теләйбеҙ!

Фото: геройҙың шәхси архивынан. 

Әлфиә Минғәлиева.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас