Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Августа , 07:40

Яҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде

Беҙҙең яҡташыбыҙ «Филя» 2023 йылда контрактҡа ҡул ҡуйырға һәм хеҙмәткә барырға ҡарар итә. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы сифатында бурыстар үтәй.

Яҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде

 

Беҙҙең яҡташыбыҙ «Филя» 2023 йылда контрактҡа ҡул ҡуйырға һәм хеҙмәткә барырға ҡарар итә. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы сифатында бурыстар үтәй.

Хеҙмәт итеү осоронда яугир бер нисә йүнәлештә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, унда бер нисә тапҡыр батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, Ватанды яҡлау ҡарары уның өсөн аңлы булған. Бөгөн ул үҙенең хәрби бурысын үтәүен дауам итә, батырлыҡ һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө булып ҡала.

Әгәр һеҙҙең БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы телефон аша бирергә мөмкин: 8 (927) 310-39-33; 8 (987) 601-46-30; 8 (927) 310-39-33; 8 (993) 058-09-14; 8 (917) 451-68-79.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас