

"Илебеҙҙең киләсәге - беҙҙең ҡулда", -ти "Доцент"
Архангел районында йәшәгән “Доцент” позывнойлы яугир Рәсәй Оборона министрлығы менән 2024 йылда контракт төҙөгән. Хәҙер ул махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәй.
Хеҙмәткә тиклем яугир вахта ысулы менән эшләгән. Был ҡарарҙы ул дуҫтары, таныштары һәм хеҙмәттәштәре махсус хәрби операция зонаһына китә башлағас ҡабул иткән. Тәүҙә ғаиләһе яугирҙең ҡарарына риза булмаған, әммә ҡатыны менән һөйләшеп, туғандарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә биреп, теләген тормошҡа ашырған.
“Доцент” билдәләп үтеүенсә, алғы һыҙыҡта ярҙам айырыуса мөһим. Хәрби хеҙмәткәрҙәр бер–береһе менән посылкалар һәм аҙыҡ –түлек менән уртаҡлаша, бергәләшеп ауыр һәм шатлыҡлы миҙгелдәр кисерә, кәңәшләшә һәм кисерештәрҙе еңергә ярҙам итә.
Яугир Жуков миҙалы, I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Рәсәй инженер ғәскәрҙәренә 325 йыл” һәм "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Сығанаҡ: “Архангельский вестник”
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү буйынса һорауҙары булғандар 122 һаны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Кәримә Усманова