+10 °С
Ясно


Әлтәф Заһиҙуллин – МХО ҡорбаны. Уның бала сағы, ил алдындағы бурысын үтәп һәләк булыуы, ғаиләһе тураһында үткән йылы “Шоңҡар” журналына ла яҙған инек. Үлгәндән һуң IV дәрәжәләге Изге Георгий ордены бирелә. Уны ҡатыны Заһиҙуллина Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙына тапшырғандар.
“Ике йыл инде беҙҙең арала булмауына. Сираттағы уға тәғәйенләнеп ебәрелгән орденды ла бирҙеләр. Тик күңел һаман ышанмай. Бына-бына ҡайтып керер төҫлө. Ғафури һәм Ауырғазы райондары хәрби комиссариатының хәрби комиссары майор Денис Ринат улы Ғималов орденды тапшырғанда: “Ирегеҙ килер быуындарға өлгө. Шуны онотмағыҙ”, - тине”, - ти Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы.