

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында булды.
Төбәк етәксеһе биләмәнең үҫеше менән танышты һәм бында үткәреләсәк ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынды.
«Патриот» паркының генераль директоры Айнур Сәлимгәрәев матди-техник базаны нығытыу тураһында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың август башында майҙансыҡтарҙың береһендә уҡыу-күнекмә һауа-десант комплексы һәм Советтар Союзы Геройы Василий Маргелов бюсы асылды. Шулай уҡ бында бассейнлы заманса спорт комплексы һәм рухи-ағартыу үҙәге төҙөлөшө дауам итә.
«Патриот»-тың техник паркы ла киңәйтелә – биләмә буйлап төрлө йөк ташыу өсөн электр транспорты һатып алғандар, шулай уҡ хәрби техниканың асыҡ экспозицияһы тулыландырыла.
Ваҡиғаларға килгәндә, паркта күп һанлы саралар үткәреү ҡаралған. Мәҫәлән, бөгөндән алып 9 сентябргә тиклем «Патриот» паркы «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «ГеоСаҡырыу» IV Халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм донъяның 13 иленән 300-ҙән ашыу студент ҡатнаша.
Шулай уҡ бында оҙаҡламай һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Геройҙар биләмәһе» патриотик слеты үтәсәк. Ә октябрь башында паркта уҡыусылар өсөн йыл һайын ойошторолған уҡыу сборҙары башлана.
Башҡортостан Башлығы биләмәнең йылдам үҫешеүен билдәләне, шулай уҡ «Патриот» паркына курсанттарға күрһәтеү өсөн ҡуйыласаҡ совет осоро һәм хәҙерге ҡоралдарҙың макет өлгөләрен тапшырҙы.
Автор:Зөһрә Йәһүҙина