

“Тәжрибәле инструкторҙарыбыҙ бик көслө. Улар һөҙөмтәгә өлгәшә белә. Әммә күп нәмә контрактсыларҙың үҙҙәренә, уның ни өсөн фронтҡа юлланыуына бәйле. Мин 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул итәм. Улар – БПЛА операторҙары. Әммә 30 йәштән өлкән, йәғни 35 йәшкә тиклемге яугирҙәр ҙә бар. Улар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә талап ителгән башҡа һөнәрҙәргә өйрәнә. Иҫәпләү операторҙары, саперҙар, водителдәр һәм башҡалар кәрәк”, – ти Тельман Уралбаев.
Башҡортостанда яңы исемле пилотһыҙ системалар батальонына һайлап алыу башланды. Радий Хәбировҡа хәрби частарҙың береһенең вәкилдәре ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте һәм республика Башлығы был башланғысты хупланы. Яңы подразделение ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә.
“Беҙҙең ир-егеттәр араһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр күп. Ул – Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы, уға беҙҙең армияның киләсәге бәйле. Ә башҡорт батальондарын ойоштороу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был осраҡта беҙҙең ярҙам һөҙөмтәлерәккә әйләнә. Яугирҙәребеҙгә хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне даими алып барып торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта егеттәр өсөн яҡташлыҡ тойғоһо ла ҙур әһәмиәткә эйә, ул өйҙән алыҫта саҡта берләштерә һәм көс өҫтәй”, – тип яҙҙы төбәк Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яҡташтарҙан торған исемле подразделениелар булдырыу – МХО-ның тәүге көндәренән үк республика тормошҡа ашыра башлаған уңышлы тәжрибә. Беҙҙә улар бөтәһе 18 төҙөлдө. Эргәңдә яҡташың булғанда, дошман менән алышыу күпкә һөҙөмтәлерәк һәм ышаныслыраҡ!
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығына пилотһыҙ системалар хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәсәй Геройы, капитан Тельман Уралбаев һөйләүенсә, уҡыу өс ай самаһы дауам итә, әммә ҡайһы берҙә егеттәр бер аҙна эсендә лә барыһын үҙләштерә.
“Тәжрибәле инструкторҙарыбыҙ бик көслө. Улар һөҙөмтәгә өлгәшә белә. Әммә күп нәмә контрактсыларҙың үҙҙәренә, уның ни өсөн фронтҡа юлланыуына бәйле. Мин 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул итәм. Улар – БПЛА операторҙары. Әммә 30 йәштән өлкән, йәғни 35 йәшкә тиклемге яугирҙәр ҙә бар. Улар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә талап ителгән башҡа һөнәрҙәргә өйрәнә. Иҫәпләү операторҙары, саперҙар, водителдәр һәм башҡалар кәрәк”, – ти Тельман Уралбаев.
Башҡортостан Башлығының Рәсәй гвардияһы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һөйләүенсә, яңы төр ғәскәргә яҙылырға теләгән һәр кем бер нисә талапҡа тап килергә тейеш:
Йәш: 35 йәшкә тиклем.
IT-компетенциялар: технологиялар өлкәһендә төп белемдең булыуы. Советник әйтеүенсә, “һәр хәлдә иң кәрәкле әйберҙәрҙе белеү мөһим, шартлы рәүештә әйткәндә – геймер".
Физик әҙерлек: “А” яраҡлылыҡ категорияһы (тулыһынса һау-сәләмәт).
Хөкөм ителмәү: мотлаҡ шарт.
Яңы подразделение яугирҙәренә бөтә федераль һәм республика түләүҙәре, ғаиләһенә тәғәйен льготалар һаҡлана.
Әгәр яңы подразделениеның бер өлөшө булырға ҡарар итһәгеҙ, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Һайлап алыу талаптары һәм хеҙмәт шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте иртәнге сәғәт 9.00-дән 18.00-гә тиклем +7 9959486541 телефоны буйынса батальон штабына шылтыратып белешергә мөмкин.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков ("Башинформ").
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова