Шоңҡар
+11 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
31 Августа , 06:10

Окоптарҙан БПЛА операторына тиклем

Яугирҙең “Фатих” позывнойы төрөк теленән “еңеүсе” тип тәржемә ителә, был уның хәрби тәжрибәһен һәм сыҙамлығын сағылдыра.

Окоптарҙан БПЛА операторына тиклемОкоптарҙан БПЛА операторына тиклем
Окоптарҙан БПЛА операторына тиклем

 

Благовещен районынан Данил Ф. батырҙарса махсус хәрби операция юлын үтә, штурмовик булып хеҙмәт итә, ә һуңынан һөнәрен пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) операторына алмаштыра. 

Яугирҙең “Фатих” позывнойы төрөк теленән “еңеүсе” тип тәржемә ителә, был уның хәрби тәжрибәһен һәм сыҙамлығын сағылдыра.

Данил Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактты 2022 йылда төҙөй. Полигонда әҙерлек барышында ул БМП-1 менән идара итеүҙе һәм гранатомет менән эшләүҙе үҙләштерә. “Фатих” хеҙмәт иткән подразделение Давыдовский бродын обороналау һәм Херсон өлкәһендә Безыменныйҙы штурмлау буйынса бурыстар үтәй, ә һуңыраҡ Угледар янында Донецк йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 2023 йылдың майында Андреевка янында яралана, реабилитация курсы һәм ашығыс медицина операцияһы үтә һәм яңынан хәрби бурыстарҙы үтәүгә ҡайта.

Хәҙер Данил махсуслашыуын заманса технологиялар файҙаһына үҙгәртә һәм FPVдрондар менән идара итеүҙе өйрәнә. Әлеге ваҡытта ул пилотһыҙ системалар ротаһында хеҙмәт итә, унда уның подразделениеһы дошмандың техникаһын, нығытмаларын һәм тере көсөн юҡ итә.

Күрһәткән батырлығы өсөн Данил Фәтхинуров II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалына, генерал Шайморатов орденына һәм миҙалына лайыҡ булды, шулай уҡ Башҡортостан Башлығынан почетлы награда алды.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә инеү тураһында ентекле мәғлүмәтте белергә мөмкин:

- сайтта: башбат. рф

- Тг-ла чат-ботта: t.me/VBSBashBot

 МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor

 телефон: 122.

Фото: "Башинформ". 

Альфия Мингалиева

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас