

Нефтекама ҡалаһынан Алан Нәбиуллин бәләкәй сағынан компьютерҙар менән ҡыҙыҡһынған. Егеттең был шөғөлөн ата-әсәһе башта ваҡытты бушҡа уҙғарыу тип иғтибарға алмаған.
Йәш кенә булһа ла, уға әле – 22 йәш, Аландың хәрби йәһәттән тәжрибәһе тос ҡына. Башта егет махсус хәрби операция биләмәһенә штурмлаусы булып юллана, әммә сираттағы бурыстарҙы үтәгәндә ул ныҡ өшөй, һөҙөмтәлә һаулығы ҡаҡшай һәм уны эвакуациялау бригадаһына күсерәләр.
Артабан пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү көнүҙәк була башлағас, уға оператор бурыстарын үтәргә тәҡдим итәләр. Был егеткә оҡшай, һәм ул риза була. “DJI Mavic” тибындағы Ҡытай квадрокоптерҙарына тиҙ идара итергә өйрәнә. Хәҙер егет ҡатмарлыраҡ FPV-дрондары менән эшләү серҙәрен үҙләштерә.
– Пилотһыҙ осоу аппараттарының төрҙәре ҡатмарлыраҡ булған һайын, уларға һөнәри йәһәттән идара итеүе ҡыҙығыраҡ. Өҫтәүенә әлеге замандағы һуғыштар – пилотһыҙ осоу аппараттары алышы, – ти яугир.
Хәҙер Аландың туғандары егеттең элекке шөғөлөнә бөтөнләй икенсе ҡарашта, хатта өләсәһе заманса һөнәр үҙләштергән һәм хәрби блогер булып танылған. Ул социаль селтәрҙә үҙенең каналын алып бара һәм ейәненең ҡаҙаныштары тураһында һөйләй, яҡындарының, дуҫтарының изге теләктәрен еткерә. Яугирҙең туғандары махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам да ебәрә.
Фото, сығанаҡ: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.
Айһылыу Низамова