Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Сентября , 04:45

"Ҡайтһам, мине ерләгәндәр"

Яугир һүҙҙәренә ҡарағанда, отпускынан һуң ул СВО-ға кире барырға уйлаһа ла, документтарҙа теркәлгән үлеме арҡаһында ул быны эшләй алмай.  

"Ҡайтһам, мине ерләгәндәр""Ҡайтһам, мине ерләгәндәр"
"Ҡайтһам, мине ерләгәндәр"

 СВО-нан ялға ҡайтҡан 60 йәшлек Волгоград яугире Владимир үҙен ерләүҙәрен белеп ғәжәпкә ҡалған.  Владимир Оборона министрлығы менән контрактҡа 2023 йылда ҡул ҡуйған. Ирҙең оло ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, атаһы  элемтәгә һирәк сыҡҡан,  һуңғы тапҡыр ғаиләһе менән 2024 йылдың май айында аралашҡан. 2025 йылдың февралендә хәрбиҙең ҡыҙына атаһының  хәбәрһеҙ юғалыуын әйткәндәр. Ярты йылдан һуң уның үлеме тураһында хәбәр килгән. "Барлыҡ документтары, үлем хаҡында белешмә, таныҡлыҡтар менән командованиенан дошман уты аҫтында ҡалыу сәбәпле һуғышсының кәүҙәһен эвакуациялау мөмкин түгел тигән белешмә лә бар ине", – тип һөйләгән яугирҙең ҡыҙы. Әммә тиҙҙән  Владимир Раштыуа байрамына иҫән-һау ҡайтып төшкән. Ошо ваҡыт эсендә ул часта булған һәм хәрби бурыстарын үтәгән.

 “Ғинуарҙа мине ике аҙна отпускыға ебәрҙеләр, был ваҡытҡа юл ваҡыты ла инә. Ҡайтһам, мине ерләгәндәр икән әле. <...>Унда гел  алғы һыҙыҡта инем, бик мөһим шарттарҙа беҙгә телефондар менән файҙаланыу тыйыла. Мин элемтәгә сығырға бик тырышманым ла, сөнки кешене күреп һөйләшеү миңә нығыраҡ оҡшай. Көндән-көн артҡан мошенниктар осраҡтарын иҫәбенә лә алһаң..."– тип әйтә Владимир. Яугир һүҙҙәренә ҡарағанда, отпускынан һуң ул СВО-ға кире барырға уйлаһа ла, документтарҙа теркәлгән үлеме арҡаһында ул быны эшләй алмай.

Сығанаҡ: lenta.ru 

 Фото:Ренат Таюпов

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас