+21 °С
Облачно


Һайлауҙар өсөнсө көндә лә әүҙем үтә. Ғафури районындағы Үтәк һайлау участкаһында ошо, Иҡтисад ауылы халҡы, барлығы 363 һайлаусы тауыш бирергә хоҡуҡлы. Һайлау комиссияһы рәйесе Наил Маннанов, секретары Резеда Мөхәмәтйәнова һәм комиссия ағзалары: “Беҙҙең һайлау участкаһына тауыш бирергә Мәскәй әбей ҙә килде. Паспортын күрһәтте, нисек инде унһыҙ. Бөтә кешегә лә бер талап”, - тип, үҙҙәрендәге һайлау участкаһындағы ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында ла һөйләп үттеләр.
#ВыбираемВместе
#ЕДГ2026
#АлгаВсейСемьей2026
#БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
Әлфиә Вәлиева