+11 °С
Ясно


Салауат районы батыры "Кадет" позывнойлы яугир, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтып, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында үткән "Геройҙар территорияһы" слётында ҡатнашты. Слёт инвалидлығы булған малайҙар өсөн ойошторолдо.
"Кадет" – һөжүм итеүсе дрондар операторы, крап беретлы инструктор. Наградалары: I һәм II дәрәжә "Күрһәткән батырлыҡ өсөн" миҙалдары, "Батырлыҡ өсөн", "Спецназда хеҙмәт өсөн", Шайморатов ордены һәм Георгий тәреһе.
Ул балаларға хеҙмәт һәм рух ныҡлығы тураһында һөйләне.
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
"Йүрүҙән" гәзитенән