

Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» программаһының беренсе сығарылыш уҡыусыларына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. Программа төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Геройҙар ваҡыты» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветерандарҙан идара итеү резервын формалаштырыу, уларға йәмғиәт мәнфәғәтендә эшләү өсөн белем биреү.
Бер йыл эсендә унда ҡатнашыусы яугирҙәр етди әҙерлек үтте: закон, иҡтисад һәм дәүләт идараһы нигеҙҙәрен өйрәнде, теорияны стажировкаларҙа нығытты һәм республика хөкүмәте вәкилдәре менән муниципалитеттарҙан остазлыҡ ярҙамы алды. Шулай итеп, проектҡа илдең ҡырҡ төбәгенән ике мең ғариза ҡабул ителде, финалға 70 кеше сыҡты, 64 сығарылыш уҡыусыһы диплом алды.
Уҡыуҙы уңышлы тамамлаусылар араһында Йылайыр районының Үркәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәдис Сәғитов та бар. Уның проектта ҡатнашыуы – тәжрибәнең, яуаплылыҡтың һәм кешеләргә хеҙмәт итеү теләгенең тыныс тормошта яңыса ҡулланылыш табыуына бер миҫал.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров программаға ярашлы 23 сығарылыш уҡыусыһының республиканың власть органдарында һәм ойошмаларында эшкә тотоноуын билдәләне. Ул уҡытыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, ә ҡатнашыусыларға яңы вазифаларында уңыштар теләне. Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе Ватанды һаҡлаусыларға системалы ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һәм фронттан ҡайтҡандарға гражданлыҡ тормошонда үҙ урындарын табырға ярҙам итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Ильфира Аккужина