

2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отрядтарын ойоштороу башланғысын хупланы. Шулай "Беренсе тирмә" проекты барлыҡҡа килде.
"Беренсе тирмә"нең туғыҙынсы составында Учалынан адвокат Гөлназ Фәттәхова (Ғибаева) ла була. Гөлназ төркөмгә юҡтан ғына килеп инмәй: ул 2023 йылдан ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, гуманитар ярҙам йыя, уларҙы таныштары аша ебәрә, шулай уҡ үҙе лә Һамар өлкәһенә алып бара. Уның ире һәм ҡустыһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Әле килеп 8 октябрҙә Гөлназдың ҡапыл ғына был донъянан китеп барыуы билдәле булды. Был турала "Беренсе тирмә"нең ойоштороу-етәкселек эштәре уртаһында йөрөгән Зөһрә Гордиенко хәбәр итте:
"Беренсе тирмә"нең, 9-сы составтың сағыу һәм онотолмаҫ ирекмәне Гөлназ Фәттәхованың (Ғибаеваның) ҡапыл арабыҙҙан китеүе тураһында ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ.
Гөлназ ҡояш кеүек ине - шат күңелле, дәртле булды, һәр ваҡыт яҡты нур бөркөп торҙо. Уның энергияһы тирә-яҡтағыларҙы ла дәртләндерҙе.
2025 йылдың мартында Гөлназ, һис икеләнмәйенсә, госпиталдә ятҡан МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Луганскиға юлланды. Был уның иҫ киткес ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге һәм изге йөрәге тураһында һөйләй.
Уның донъянан китеүе - уны белгән һәм яратҡан һәр кем өсөн оло юғалтыу. Беҙ Гөлназды Кеше булараҡ мәңге хәтерләйәсәкбеҙ, уның изгелеге, ярҙамсыллығы һәм яҡты йөҙө беҙҙең йөрәктәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Бәхил бул, Гөлназ...
Һин беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәкһең...
25.12.1977 - 08.10.2026".
Ирекмән Гөлназ Фәттәхованың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Уға 48 генә йәш ине...
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова