Шоңҡар
+2 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Октября , 05:45

Валерик Иҙрисов “БАРС” отрядына яҙылған

Республикала «БАРС» подразделениеһына кешеләр йыйыу дауам итә. Был отряд республиканың граждан объекттарын һәм предприятиеларын пилотһыҙ аппараттарҙан һаҡлай. Был контракттың үҙенсәлеге шунда: ир-егет төп гражданлыҡ эшен күнекмәләр һәм йыллыҡ хәрби йыйындар менән берләштерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Валерик Иҙрисов “БАРС” отрядына яҙылғанВалерик Иҙрисов “БАРС” отрядына яҙылған
Валерик Иҙрисов “БАРС” отрядына яҙылған

 

Салауат районының Арҡауыл ауылынан Валерик Иҙрисов “БАРС” подразделениеһына яҙылырға ҡарар иткән. Ул сәнәғәт һәм энергетика объекттарын пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡлаясаҡ.

БАРС-тың ниндәй отряд булыуы, унда кемдәр хеҙмәт итә алыуы тураһында анығыраҡ һөйләйбеҙ.

Республикала «БАРС» подразделениеһына кешеләр йыйыу дауам итә. Был отряд республиканың граждан объекттарын һәм предприятиеларын пилотһыҙ аппараттарҙан һаҡлай. Был контракттың үҙенсәлеге шунда: ир-егет төп гражданлыҡ эшен күнекмәләр һәм йыллыҡ хәрби йыйындар менән берләштерә. Рәсәйҙә бындай резервсылар 2015 йылдан булдырылды, әммә уларға МХО башланғандан һуң ихтыяж айырыуса артты.

Кандидаттарға талаптар ниндәй?

Резервҡа туғыҙ кластан кәм булмаған белемгә эйә, запаста булған һәм бер нисә критерийға тап килгән ир-егеттәр инә ала.

  • Беренсенән, прапорщиктар, сержанттар һәм һалдаттар өсөн максималь йәш – 52 йәшкә тиклем. Кесе офицерҙар өсөн 57 йәшкә тиклем. Өлкән офицерҙар өсөн 62 йәшкә тиклем.
  • Икенсенән, һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға (А, Б йәки В категориялары).
  • Өсөнсөнән, психологтың һынауын үтергә кәрәк.
  • Дүртенсенән, «БАРС»ҡа наркотиктар йәки психотроп матдәләр ҡулланған өсөн административ яза алған, төрмәлә ултырған кешеләрҙе; ғәйепләү ҡарары сығарылған, тикшереү барған йәки енәйәт эше судҡа тапшырылған граждандарҙы алмайҙар.

Запаста булған элекке хәрбиҙәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, дружинниктар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, көс структураларының элекке хеҙмәткәрҙәре резервист була ала.

Фото: https://vk.ru/club175284210 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас