

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары МХО ветераны Тимур Дәүләтбаевҡа РФ Социаль фонды аша заманса протез алырға ярҙам иткән.
“Тим” позывнойы йөрөткән яугир-ветеран– Хәйбулла районы егете, махсус хәрби операцияла ауыр яраланыуҙан һуң ике аяғын да юғалтҡан. “Башта штурмлау отрядында хеҙмәт иттем. Сираттағы заданиены үтәгәндә ҡаты яраландым. Алғы һыҙыҡта гуманитар ярҙам күрһәтеп торҙолар, рухи терәк тә булдылар”, – тип һөйләй “Тим”. – Өйгә ҡайтҡас, ярҙамдан тыш бер нәмә лә эшләй алмай инем. Хәҙер протезға күнектем, хоккей ҙа уйнайым. МХО-нан ҡайтҡан егеттәргә ярҙам итеүҙә ҡатнашыу теләгем дә бар”, – ти ул.
Ветеран егет Өфөгә йәшәргә күскән, следж-хоккей уйнай башлаған. Быға “Ватанды һаҡлаусылар” фонды амбассадоры, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов менән аралашыу этәргес булған.
Йыл башында фонд Тимурға ҡул менән идара итеүгә ҡоролған автомобиль, адаптив кейем комплекты тапшырған.
Мәғлүмәт, фото: vk.ru/wall-220653548_10854
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА