Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2022, 10:03

Бындай ҙа китапхана була икән!

Бындай ҙа китапхана була икән!
Бындай ҙа китапхана була икән!

Ишембай районындағы "Мәҙәниәт" милли проект сиктәрендә асылған Этҡол моделле ауыл китапханаһының ишектәре бөтә йәштәге ауыл халҡына һәр саҡ асыҡ.

Кескәйҙәр төрлө интерактив уйындарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйнаһа, үҫмерҙәргә өҫтәл футболы, аэрохоккей, виртуаль күҙлектәр, хәрәкәтләнеүҙе лә талап иткән "Консоль" уйын ҡушымтаһы оҡшай.

Ә инде ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға массаж креслоһында ял итергә, теген машинаһында үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе тегеп алырға һәр ваҡыт мөмкин. Балаҫ һуғыу станогында балаҫ һуғырға өйрәнеү һәм балсыҡ менән эшләү дәрестәре даими эшләйәсәк. Һәм, әлбиттә, яңыртылған китап фонды китап һөйөүселәрҙе һәр ваҡыт шатландырып торасаҡ.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: