Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель 2022, 15:02

Ә һеҙ ҡар һыуына барҙығыҙмы?

Хәйбулла районы Һаҡмар Наҙарғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡар һыуына барыу йолаһын үтәгән.

Ә һеҙ ҡар һыуына барҙығыҙмы?
Ә һеҙ ҡар һыуына барҙығыҙмы?

Хәйбулла районы Һаҡмар Наҙарғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡар һыуына барыу йолаһын үтәгән.

«Ҡар һыуына барыу — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙ ҡар иреп, гөрләүектәр аҡҡан мәлдә үткәрелгән. Оҙон ҡыштан һуң күңелгә яңы һулыш биреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәгә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған.
Ер асыла төшкәс, ҡыҙҙар һәм килендәр йырлашып, көйәнтәләп ҡар һыуы алып ҡайтҡан. Йоланы тотош ауыл менән дә үтәгәндәр. Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла. Халыҡта уның хаҡында йырҙар ҙа бар», - тиҙәр хәйбуллалар

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: