Һуңғы ваҡытта нимәлер килеп сыҡмаһа, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәүен белдергән саҡта милләттәштәребеҙ ауыҙынан: “Ҡулдарым төштө” йәки: “Ҡулдарымды төшөрмәйем”, - тигәндәрен ишетергә тура килә. Рустарҙың “опустить руки” фразеологик берәмеген тәржемәләүҙәре, туған телдәренең нескәлектәренә төшөнөп етмәүҙәрен белдерә. Сөнки башҡорттоң ҡулдары төшмәй. Ә бына танауы төшөп, кәйефе бөтөп торған саҡтары булырға мөмкин. Йәки балтаһы һыуға төшкән ҡиәфәттә лә йөрөп алыуы бар. Тик бер ваҡытта ла ҡулдары төшмәй!
Журналистар, яҙыусылар телмәрендә лә бындай хаталарҙы йыш осратырға тура килә. Эйе, кемдер: “Был яҙыусының стиле. Ул нисек теләй, шулай яҙа ала”, - тип әйтер. Тик башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәрҙе беребеҙҙең дә үҙгәртергә маташырға, боҙорға хаҡыбыҙ юҡ. Ул башҡорт теле барлыҡҡа килгән сағынан формалаша башлаған һәм бер ҡалыпта нығынған килеш беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романында ла Әҙибәнең “Ҡаһарман” повесына айыу майы һөртөп, төйөнләнешен һәм сиселешен үҙенсә үҙгәртеп, үҙенекен өҫтәп яҙырға маташҡан Усманды ла иң тәү сиратта фразеологик берәмектәрҙе дөрөҫ ҡулланмауы “һата”.