Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2023, 10:23

Хеҙмәттәштәре яугирҙең исемен мәңгеләштергән

Скульптураға аҡсаны батыр һалдаттың хеҙмәттәштәре йыйған. Ә уның класташтары һәм урындағы хакимиәт бюсты ҡуйырға ярҙам иткән.

 

Белорет районының Тирлән ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған РФ Ҡораллы көстәренең Баш разведка идаралығы подполковнигы, Батырлыҡ ордены Альберт Кәримовҡа бюст асылды. 

 

Район башлығы хәбәр итеүенсә, скульптураға аҡсаны батыр һалдаттың хеҙмәттәштәре йыйған. Ә уның класташтары һәм урындағы хакимиәт бюсты ҡуйырға ярҙам иткән.

 

- Геройҙың хәтерен ҡәҙерләүегеҙ өсөн хөрмәт итәм. Һәйкәл һалдаттың әсәһенең, яҡындарының һәм туғандарының йөрәген йылытыр тип ышанам. Ул киләсәк быуындарға илебеҙ тарихын, Ватаныбыҙ, тыныслыҡ өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтерләтеп торор, - тип белдерҙе Андрей Иванюта.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-85076499_59178

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: