1-се рецепт
Был битлек тирене дымландырырға, уға һығылмалыҡ бирергә ярҙам итә. Алманы ваҡ ҡырғыстан үткәрәләр, ҡаймаҡ һәм картуф крахмалы ҡушалар. Масса ҡуйы булырға тейеш. Таҙа биткә һәм муйынға һөртәләр. 15 минуттан һуң йыуалар.
2-се рецепт
Был битлек ультрофиолет нурҙарынан һаҡланырға, тирене йәшәртергә ярҙам итә. Икешәр балғалаҡ ваҡланған петрушка, сельдерей тамырын һәм ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе болғайҙар. Таҙа биткә һәм муйынға 20 минутҡа һөртәләр. Ваҡыт үткәс, йыуалар.
3-сө рецепт
Был битлек битте шымартырға, һипкелдәрҙе ағартырға, һырҙарҙы кәметергә ярҙам итә. Ҡурай еләге, виноград йә еләкте уртаға бүлеп, таҙа биткә һөртәләр. Кипкәс, һалҡын һыу менән йыуалар.