Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2023, 14:42

Аңлаусы булырмы?.. йәки элекке алкаш фәлсәфәһе

Рәзинә менән беҙҙең арала ысын мөхәббәт булды, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа бер-беребеҙҙе яратабыҙ һымаҡ ине. Тыуған ауылыма ҡайтып, мин зоотехник, ҡатын экономист булып эшләп алып киттек

Аңлаусы булырмы?.. йәки элекке алкаш фәлсәфәһе
Аңлаусы булырмы?.. йәки элекке алкаш фәлсәфәһе
Бер көн урамда институтта бергә уҡыған иптәшемде осраттым. Егерме йылға яҡын күрешкәнебеҙ юҡ ине. Ул да был ҡалаға килеп морон төрткән икән. Хәл-әхүәлдәребеҙҙе һорашҡас: «Һин гәзиткә яҙғылайһың, шикелле. Сыйғыла әле минең яҙмышты. Бәлки ҡайһы берәүҙәр уҡып, аҙ-маҙ ғибрәт алыр», – тип өйөнә саҡырҙы, һәм мин ул һөйләгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙөм.
 
 
 
- Урыҫ әкиәттәрендә, ғәҙәттә, мосафирҙы юл сатында ҙур таҡтаташ ҡаршы ала. Унда уйып яҙылған: «Уңға китһәң – шуны, һулға китһәң – быны табырһың, тура китһәң тағы – әллә нәмә», тигән һүҙҙәр һиңә теләгән юлыңды һайларға мөмкинлек бирә һәм яҙмышыңды үҙ ҡулыңа тоттора. Ә миңә ҡалһа, йәшәйеш, тормош юлы үтеү түбәһен болоттар һырып алған бейек тауға үрмәләү менән бер ул. Уның итәгенә тиклем һине ата-әсәңдең мәрхәмәтле ҡулдары, йә булмаһа башҡаларҙың ҡоро беләге килтерә. Һәм бына алдыңда – ике һуҡмаҡ. Улар сатында юл күрһәткән таш тормай. Шулай ҙа һиңә бирелгән аҡыл-тәрбиә, көс-фиғелең, мөмкинлектәрең (бәлки, яҙмыштыр ҙа) шул һуҡмаҡтарҙың береһен һайларға мәжбүр итә. Уларҙың береһе һине тауҙың текә, ҡая ташлы яғына илтә. Ләкин тәүәккәл, ҡыйыуҙар ғына ул стена буйлап үрмәләй, унан ләззәт таба, ҡыуаныс кисерә. Ләкин юғары күтәрелгән һайын урынынан ҡуҙғатылған таш һымаҡ кирегә тәгәрәүселәр ҙә етерлек. Ә күбеһе, минеңсә, һөҙәк битләүҙе һайлай. Унан уҙыуы еңелерәк. Ләкин ул битләү ҙә ҡара урман, соҡор-саҡырҙар менән ҡапланған һәм унда ла кеше һөйәге етерлек. Ҡайһы ғына һуҡмаҡты һайлаһа ла, кеше болоттар артындағы түбәгә ынтыла. Әйтерһең дә, уны ниндәйҙер мөғжизә көтә. Был ылыҡтырғыс түбәгә барып етеп, ундағы бушлыҡты күргәс кенә һәр кем үҙенең тормош юлы уҙғанын аңлай һәм үткән арауығына күҙ ташлай. Текә үрҙән менеүселәргә ул асыҡ күренә. Ә бына ҡара урман эсендә аҙашып, тәрән соҡорҙарҙан сыға алмай яфаланғандарына үҙ һуҡмағы күренмәй, уҙған юлы бер мәшхәр булып ҡына тойолалыр, моғайын.
 
Ә мин һайлаған һуҡмаҡ…
 
Беҙ Рәзинә менән һуңғы курста өйләнештек. Айырым факультеттарҙа уҡыһаҡ та, институт бер булғас, бер-беребеҙҙе күреп йөрөй инек. Ләкин ныҡлап танышып ҡауышыу һуңғы ярты йыл эсендә булды. Студенттарҙың ҡыҙыҡ бит ул: йөрөйҙәр-йөрөйҙәр ҙә, килеп терәлһә, зачет, имтихандарға әҙерләнә башлайҙар, йәиһә эш урынына тәғәйенләнеү башланыр алдынан өйләнешергә тотоналар. Ауыл хужалығы институтында белем алыусы егеттәребеҙ һуңғы курстарҙа ҡыҙҙар артынан көтөүҙәре менән пединститутҡа, мединститутҡа, университетҡа саптылар. Ярай әле күбебеҙҙең бәхетенә үҙебеҙҙә башлыса ҡыҙҙар уҡыған экономика факультеты асып ебәргәйнеләр. Минең өлөшкә кәләш шунан төштө.
 
Рәзинә менән беҙҙең арала ысын мөхәббәт булды, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа бер-беребеҙҙе яратабыҙ һымаҡ ине. Тыуған ауылыма ҡайтып, мин зоотехник, ҡатын экономист булып эшләп алып киттек. Торорға олатай-өләсәйҙән ҡалған арыу уҡ ҡына йорт бар ине. Эшләй башлағас, колхоз ярҙамы менән мал-тыуарлы булып алдыҡ. Ярты йыл самаһы уҙғас, Рәзинә декрет отпускыһына сыҡты һәм бер аҙҙа, беҙгә оло ҡыуаныс килтереп, малайыбыҙ тыуҙы. Йәш саҡ, дәртле, көслө саҡ. Рәхәтләнеп эшләп, гөрләтеп кенә йәшәргә лә бит. Ләкин…
 
Ил буйлап үҙ ҡосағына яңы биләмәләр даулай-яулай хәмер даръялары аға. Халыҡ – ҡарт-ҡороһо, урта йәштәгеләре, уларға эйәреп йәш-елкенсәк дыу килеп шуның тулҡындарында ҡойона. Рәхәт – ҡайҙа ҡарама йыр-моң, уйын-көлкө. «Абайламайыраҡ» йылға төбөнә китеп барыусылар ҙа бар. Ләкин дөйөм шау-шыу аҫтында улар күренмәй ҙә тиерлек. Бөтә ил – оло мәжлес.
 
Бәлки был, ғүмер буйы аслы-туҡлы йәшәп, йүнле кейем күрмәй көнө-төнө ауыр эш менән нужа һурпаһы эскән, бигерәк тә ҡәһәрле һуғыш күрһәткән ҡайғы-хәсрәттәрҙе баштарынан кисереп, һуңға табан аҙыраҡ булһа ла тамаҡтары туйып, донъя йүнәтеп алған халҡымдың нисек тә күңел асып ҡалырға ынтылыуы булғандыр. Ҡыш буйы ҡураларҙа бәйле торған малдарҙы яҙ беренсе тапҡыр көтөүгә ҡыуған көндө күргәнегеҙ барҙыр. Бөтәһе һөҙөшөргә, күҙҙәре тоноп, төрлөһө төрлө яҡҡа сабышырға тотона. Хатта саҡ-саҡ күтәртмәй ҡалып, аяғын көскә һөйрәп атлағаны ла бер-ике тапҡыр арт һынын һикертеп ала. Көтөүселәр абайламайыраҡ ҡалһа, ҡайһыларының текә ярҙан боҙло һыуға осоуы, йә булмаһа ҡорһаҡтарына тиклем батҡаҡҡа инеп батыуы ла бар.
 
Ә халыҡтың йыр-моңға, күңел асыуға булған изге ынтылышын ыңғай яҡҡа йүнәлтмәй хәмергә һуғарыу беҙҙең «көтөүселәр»ҙең эше, тип уйлайым мин. «Хәмер ҡоло» менән идара итеүе еңел. Ул алдындағы стакандан башҡаны бик үк күреп бармай. Янъял сығарырға яратһа ла, үҙ өйөнән ары китмәй. Ә киткәндәренең ауыҙын ябыу бер ни тормай. Сөнки ул – «алкаш»! Шулай итеп, һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ. Күпме генә яманлаһалар ҙа, Горбачевҡа рәхмәтем ҙур минең. Аҙға ғына булһа ла был мәшхәрҙән арындырып, күбебеҙҙең эсеүҙән шешенгән күҙҙәрен асырға ярҙам итте.
 
Һәм бына тағы Рәсәйҙә оло мәжлес йыйыла. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, тиҙәр бит әле. Ә ул саҡ беҙҙең ауыл да гөрләп торҙо. Аҙна һайын никах, исем, бәпес, йәш, өй – тағы әллә нәмә туйҙары, шунан китә өмәләр, һуғым аштары һәм башҡалар. Календарҙағы «ҡыҙыл көндәр»ҙе әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡатын менән миңә лә ул «бәхет» йыш эләгеп торҙо. Тәү мәл, теләр-теләмәҫ кенә, башҡаларҙан айырылмайбыҙ, саҡырыусыларҙы үпкәләтмәйбеҙ, тип ҡунаҡҡа йөрөнөк. Унда ла өҫтәл тулы хәмерҙе исем өсөн генә тиерлек йотҡолап ултыра инек. Әлбиттә, институтта уҡығанда ла, ҡыҙҙар-егеттәр йыйылып, төрлө байрамдарҙы билдәләп үткеләй торғайныҡ. Ләкин ике-өс айға бер аҙ-маҙ эскеләп, күңел асыу сабыйҙар шаярыуы ғына булған икән! Һуңға табан ҡунаҡҡа йөрөү ғәҙәткә инеп китте. Саҡырылған ергә барып, табын артына инеп ултыраһың. Мәжлес башлана һәм бер аҙҙан, барыһына ла аҙыраҡ «йән ингәс», өҫтәлдең бер башында ир-ат, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙ, ә аҙаҡ бөтәһе бер булып, бер-береһен ҡыҫтай-ҡыҫтай үҙ «һөнәрен» күрһәтә башлай. Тост артынан тост әйтелә, буш рюмкаларҙан «вышкалар» өйөлә. Ә үҙҙәре лә ҡыҙып алған хужалар бар ергә өлгөрә. Улар бигерәк тә беҙҙең һымаҡ «урындағылар» тирәһендә өйрөләләр. Әйтерһең дә, ҡулыңдағы рюмкаңды төбөнәсә эсеп ҡуйыуың улар өсөн һөйләп бөткөһөҙ оло бәхет. Бәлки был, йомарт, ҡунаҡсыл ауылдаштарымдың ысын күңелдән хөрмәт итеүе лә булғандыр.
 
Нисек кенә булмаһын, мин саманан уҙмаҫҡа тырыштым. Ә Рәзинә йыш ҡына артығыраҡ «тейәп» ҡайта башланы. Хатта дуҫ-иш бисә-сәсәләре менән йыйылышып, үҙҙәре генә кәйеф-сафа ҡороп ултыра торған булып киттеләр. Сәбәп етерлек – бигерәк тә яңы әйбер һатып алһалар, мәжлес ҡорола, ҡиммәтле бүрек-тундан алып, импортный ыштандарына тиклем «йыуалар» ине. Ә беҙгә, ир-атҡа, ҡыҙыҡ – «хитрыйҙар, беҙҙән йәшеренеп кенә “ҡырын һалып” ултырғандар!». Әлбиттә, ирҙәр ҙә ауыҙ асып ҡалмайҙар ине.
 
Ә сабыйға килгәндә инде, әсәһе ҡунаҡ булған көндө ул да – «ҡунаҡ». Бер ни белмәй иҙерәп йоҡлай. Сираттағы мәжлестәрҙең береһенән һуң ул шул йоҡоһонан уянманы. Сәңгелдәгендәге әйберҙәренә уралып, тонсоғоп үлде. Бәлки, ете айлыҡ ҡына сабыйыбыҙ ярҙам һорап та ҡысҡырғандыр. Ләкин ҡатын да, мин дә ишетерлек хәлдә булмағанбыҙ шул…
 
Уны ерләгәс, һуштан яҙғансы тип әйтерлек, өс көн, өс төн эстем. Һуңынан да «мәрхәмәтле» дуҫ-иштәр, ярты ҡыҫтырып, ҡайғы уртаҡлашырға килде. Аҡрынлап сама онотолдо. Ул саҡта «бахмур» тигән нәмәне белмәй инем. Ниндәй генә хәлдә урынға ауһам да, иртәгеһен, шап-шаҡтай һикереп тороп, эшкә йүгерәм. Былай эште һәйбәт алып барҙым, колхозыбыҙ малсылыҡ буйынса алдынғылар рәтендә йөрөнө. Уҡып ҡайтыуыбыҙға йыл ярымдай ваҡыт үткәс, мине райкомға саҡыртып алып, күршеләге совхоз бүлексәһенә управляющий булып барырға ҡоҙаланылар.
 
Бүлексә беҙҙең ауылдан алты саҡрымдай ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы – төрлө милләт кешеләре. Хеҙмәт дисциплинаһы юҡ кимәлендә. Ә эскеселек бында шул тиклем тамыр йәйгән: бер башлаһалар, сәсеү ҙә, уңыш йыйыу мәле лә юҡ, малдар тәүлектәр буйы ас торһа ла унда эш юҡ. Шулай ҙа ҡайһыһын өгөтләп, йүпәләп, ҡайһыһын ҡурҡытып, ә ҡайһы берҙәрен эштән үк ҡыуып, бер йыл тигәндә бындағы эштәрҙе яйға һалып ебәрҙем. Ләкин үҙем аҡрынлап «хәмер ҡолона» әүерелеп бара инем. Хәҙер инде «гульба»нан һуң иртән баш сатнай, йөрәк бәлтерәй, уҡшыта. Шул саҡ бер ҡырлы стаканды күтәреп бәрҙеңме, барыһы ла үҙ урынына ҡайта. Ләкин эсеңә инеп ултырған теге мәлғүн «добавка» һорап дыулай башлай. Бына шунда инде һинең кемлегең асыҡлана. Тыйыла алһаң, һин әлеге әҙәм балаһы, ә уның һорағанын бирҙеңме – үҙеңде «ҡара исемлек»кә индереп ҡуйһаң да була. Ул саҡта уны-быны уйлап тормай инем. Иртән «кәгеп» сығып китәһең дә, бүлексәгә барғас (ара яҡын, ҡулда машина булғас, мин йөрөп эшләй инем), тағы өҫтәйһең. Уны табыуы бер ни тормай. Теләгәнеңә өндәш – «һә» тигәнсе йүгертеп килтерә. Ҡайтыуыма йыш ҡына ҡатын өҫтәлгә сығарып ултырта. Икәүләшеп ултырып төшөрәбеҙ тегене.
 
Ҡатын тағы ауырлы ине. Ваҡыты етәрәк эсеүен ташланы, әлбиттә. Бәлки, миңә һиҙҙермәй генә аҙлап эскеләгәндер ҙә. Нисек кенә булмаһын – бала зәғиф булып тыуҙы. Башта уның шундай икәне әллә ни беленмәне лә тиерлек. Ләкин тиҫтерҙәре сутылдашып һөйләшеп, йүгерешеп йөрөй башлағанда беҙҙекенең аяҡланмаған быҙау һымаҡ боттарын йәйеп ултырыуы, һөйләү түгел хатта «әт-тә», «ән-нә»не лә әйтә белмәй, ниндәйҙер аңлайышһыҙ өн сығарыуы уның ниндәй хәлдә икәнен асыҡ күрһәтте. Мин тәүге балабыҙҙы юғалтҡас, ҡатыныма бәләләп бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәгәйнем. Сабыйын юғалтыу әсә кешегә бигерәк тә ауырҙыр, тип уйлап, уны йәлләү тойғоһо көслө булғандыр. Ләкин икенсеһенең зәғиф булыуын ныҡлап төшөнгәс, бөтә ғәйепте Рәзинәгә яптым. Арала йыш ҡына талаш сыға, йоҙроҡтарҙы ла эшкә ҡушҡан саҡтар булды.
 
 
 
Рәзинәнең ата-әсәһе йәшәгән икенсе районға форсат сыҡҡан һайын барғылап йөрөй инек. Урман-тауҙар ҡуйынында ятҡан егермеләп кенә йортло ауылдарында булыу минең һымаҡ дала яҡтарында тыуып үҫкән кешегә бик ҡыҙыҡ тойола ине. Әйтерһең дә, бер нисә тиҫтә йылға әйләнеп ҡайтаһың. Өҫтәренә ағас ауып торһа ла тәпәш, ваҡ-ваҡ өйҙәр, ут булмағас телевизор, радио тауышы ла ишетелмәй, башҡа көнкүреш техникаһын әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡағыҙҙа лесхоз эшселәре булып һаналһалар ҙа, шәхси малдарын аҫрау менән башҡа ваҡ-төйәк шөғөлдәрен иҫәпләмәһәң, йүнле-башлы эштәре лә юҡ.
 
Уның ҡарауы, һәр өйҙә мискә-мискә әсегән бал күп. Бөтәһе бер булып ауылдың бер осонан төшәләр ҙә, көн һайын мәжлес ҡора-ҡора икенсе башына барып сығалар. Унда барып етеүгә тәүҙә бушатылған мискәләр тултырылып, бал тағын гөжләп ултырған була. Һәм тағы икенсе әйләнешкә китәләр. Был әйләнештәр күпме дауам итер – Хоҙай үҙе генә белә. Көндөҙ әбей-һәбейҙәрҙең (бабайҙар юҡ тип әйтерлек, сөнки ир-ат халҡы «бабай» тип өндәшерлек йәшкә етә алмай бында): «Эсәбеҙ ҙә беҙ аны, араҡыны-виноны», – тип башлаған йырын, таң алдынан йәш-елкенсәк: «Бер эскәндә бер биҙрә, бер тас эсәбеҙ уны!» – тип тамамлап ҡуя. Хөрриәт! Минең һымаҡтар килһә инде, ауыл оторо ҡуҙғып китә. «Йомшаҡ аш»тан ауыҙ иткән тешһеҙ әбейҙәр кейәү ҙә кейәү, тип йырлап стакан һуҙһа, йәштәре еҙнәкәй, тип ауыҙыңдан ҡоя. Күбенгәнсе эсеп, төрлөһө төрлө яҡҡа ауып бөткәс кенә бер аҙ тын алып ҡалаһың.
 
Ҡыҙыҡ ҡына хәлдәр ҙә булып алғылай ине был ауылда. Бер саҡ шулай, урамдан ишетелгән тауышҡа уянып тышҡа сыҡһам, нисектер иҫән ҡалып, оло йәшкә етә алған ике ҡарт талаша. Ҡыҫҡа буйлы, йыуантағырағы сибегерәгенең яғаһынан алып:
 
- Әйт, мәлғүн, ни өсөн минең әбей менән йоҡланың?! – тип ҡысҡыра. Тегенеһе шешенгән күҙҙәрен сылт-сылт йомоп:
 
- Әбейеңдең күлдәге ни төҫ ине? Йәшел ситсанан кейгән булһа, үҙемдеке булғандыр ул! - тип аҡланып маташа.
 
- Алдашма, кәзә тәкәһе, үҙеңде ҡарсығымдың эргәһенән һөйрәп алдым бит! – йыуантағы йоҙроҡтарын һелтәп тә ебәрҙе. Киттеләр көрмәкләшеп. Сибегерәге йылғырыраҡ булып сыҡты – тегеһенең өҫтөнә менеп атланды. Шул саҡ быларҙы күҙәтеп торған ете йәштәрҙәге малай урамды яңғыратып: «Ур-ра! Олатайым еңде!» – тип ҡысҡырып та ебәрҙе.
 
Бына шул ауылына күптән түгелерәк иҫерек көйө тамағына ҡоҫҡолоғо ҡапланып үлгән атаһын да ҡушып, Рәзинәнең нәҫел-нәсәбен тикшерергә, йәғни алкаштар ауылында, алкаштарҙан тыуып, үҙең дә ҡатын-ҡыҙ башың менән араҡы һемереп (үҙеңдеке күренмәй бит ул) һин шундай бала таптың, тип йәнен ҡыйыр булып киттем. Уға күңелем һыуынды, хатта күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Бүлексәлә һауынсы булып эшләгән сибәр ҙә, йәш тә бер сыуаш ҡатынына күҙ һалғылап йөрөй инем. Уның да миңә битараф түгел икәне күренеп тора. Шул ҡатынға бәйләнеп киттем һәм янында ҡуна ҡалғылай башланым. Күпмелер ваҡыттан һуң миңә лә Рәзинәнең бер буйҙаҡ ир менән сыуалыуын еткерҙеләр. Башта ышанманым, бәлки, ышанырға теләмәгәнмендер. Ә бер ҡайтыуымда уның өйҙә юҡлығын күргәс, тоттом да теге ирҙең өйөнә киттем. Икәүҙән-икәү генә араҡы эсеп ултырғандарына тап булғас, барыһы ла аңлашылды. Рәзинәне әрләмәнем дә, туҡмап та ташламаным. «Иртәгә, мин ҡайтыуға, өйҙә генә түгел, ауылда ла эҙең булмаһын!» – тип сығып киттем. Бала менән ваҡ-төйәк әйберҙәрен генә алып, китеп барҙы ул. Ә мин, мал-тыуарҙы ике туған апайыма ҡарарға ҡушып, Люба янына йәшәргә керҙем. Сыуаш ҡәйнәмдең көмөшкәһе быуа быуырлыҡ, йәш кәләш – ҡуйында, донъя – теүәл, аша ла эс, эс тә аша, һәм эстем дә. Хәҙер инде «йәшел йылан» бөтә тәнем, йәнемде биләп алды. Ах та ух килеп, башты ла күтәрә алмай ятҡан саҡтар йышайҙы.
 
Был ваҡыт эш ҡайғыһы юҡ, хәл барҙа бүлексәне бер урап сығаһың да, тағы ла рюмкаға йәбешәһең. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне – бүлексәлә хәлдәр көндән-көн хөртәйеп, мине эшемдән алдылар.
 
Эшләмәй, эсеп кенә ятҡан ир кемгә кәрәк – Люба ла мине өйөнән ҡыуып сығарҙы.
 
Ауылға ҡайтып йәшәй башланым. Ләкин бында ауылдаштарымдың миңә булған ҡарашы үҙгәргәйне инде. Эсеп эштән ҡыуылған, үҙе лә зәғиф балаһы менән ҡатынын өйҙән сығарып ебәргән кешене хатта дуҫ-иштәрем урап уҙа башланы. Үҙемде утрауҙа бер яңғыҙы тороп ҡалған бәндәләй хис иттем. Бөтә йыуанысты шешә төбөнән эҙләнем. Ләкин уны берәү ҙә бушҡа килтереп тоттормай.
 
«Йәшел йылан» мал-тыуарымды, һатырға яраҡлы башҡа әйберҙәремде йотто. Улары бөткәс, эсеү-ашау хаҡына кешегә өмәгә йөрөнөм. Уныһы йәй ауылда етәрлек, ә ҡыш көндәрендә… Яғылмаған, буш өйҙә «бахмур»ҙан, астан кәкрәйеп ятҡан әзмәүерҙәй әҙәмде күҙ алдығыҙға килтерә алаһығыҙмы? Ярай әле апай үҙенең бер көтөү бала-сағаһынан айырып, икмәк-фәлән ҡалдырып киткеләй ине.
 
Участковый бер-ике рәт иҫкәртеп киткәйне. Һәм, бер көн килеп, документтар әҙерләй һалып, мине ике йылға ЛТП-ға оҙаттылар. Унда булған-күргәндәрҙе һөйләп тормайым. ЛТП алкаштарҙы дауалау урыны булып иҫәпләнһә лә, исеме есеменә тура килмәй, күҙ буяу, йәғни эшмәкәрле булып күренеп «птичка» ҡуйыу, шулай уҡ арзан эш көсө туплау өсөн уйлап сығарылған нәмә ул. Ирекле тормоштан айырмалы унда «хозяин»ға эшләй ҙә һәм, теләгән ваҡытта түгел, ә эләккән ваҡытта эсәләр. Бәлки дауаланып сығыусылар ҙа булғандыр, әммә мин белгәндәр араһында тәүбәгә килеүселәр юҡ ине. Аллаға шөкөр, ЛТП-ларҙы бөтөрөргә баштары етте. Унан сығыуыма мине ҡәйнәмдең: «Рәзинә бауыры сереп үлде. Имгәгеңде теләһә нишләт. Уны ҡарарға көсөм дә, хәлем дә юҡ», – тип яҙылған хаты көтөп тора ине. Мин, Рәзинә күптән инде баланы инвалидтар йортона тапшырғандыр, тип уйлағайным. Тик улай булмай сыҡты. Әсәлек хисе көслө булып, үҙ ғәзизенән айырылаһы килмәгәнме, әллә эсергә аҡса кәрәккәнлектән, инвалидлыҡ пенсияһына алданып, үҙ янында ҡалдырғанмы – уныһы билдәһеҙ.
 
Киттем мин ҡәйнәмдәр ауылына. Үҙемдең хәлемде һөйләп биреп, үҙҙәре менән йәшәп торорға ҡәйнәмдән рөхсәт һораным. Ул, минең менән баланы йәлләпме, әллә ҡулдан килгәнсе ярҙам итермен тигәнемә ышаныпмы, ризалығын бирҙе. Йәшәп алып киттек бергә. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ҡына ултырманым. Йорт тирәһендә ярҙамлаштым, лесхозға урман ҡырҡырға йөрөнөм.
 
Эскелек әүәлгесә юғары кимәлдә ине бында. Хәҙер инде бал әсетеү менән бер рәттән көмөшкә ҡыуырға ла өйрәнеп алғандар, табында «аҡ баштар» ҙа күренгеләй. Башҡалар ыңғайына мин дә эстем. Мәжлестәрҙә лә булып, эштә лә, ҡәйнәм менән икәүҙән-икәү генә лә төшөрөп ала торғайныҡ. Беҙ эсәбеҙ, ә бала (исемен әйтеп тормайым, сөнки ул ғүмере буйы миңә лә, башҡаларға ла бала булып ҡына ҡаласаҡ) буш, тоноҡ күҙҙәре менән беҙҙе күҙәтә. Был күҙҙәр бер ни аңлатмаһа ла, аҡрынлап уларҙың төбөндә миңә булған үпкә яталыр кеүек күренә башлай. Әйтерһең дә, был ҡараштар һине ғәйепләй.
 
«Һин мине телһеҙ, аяҡһыҙ иттең, әсәйҙән айырҙың, минең ахмаҡ булып тыуыуыма ла һин генә сәбәпсе!» – тип ҡысҡыралар. Хатта һөйләшмәһә лә, ирендәре лә шуларҙы шыбырҙай һымаҡ тойола. Баштараҡ асыуым килеп, ныҡ ҡына иҫереп алһам, «Һин етлекмәгән арҡаһында ошо хәлгә төштөм!» тип, минең дә уны быуып ырғытаһы килә башлай ине. Һуңға табан, ни сәбәптәндер инде, ул миңә яҡынайғандан-яҡынайҙы. Яйлап ул минең менән бер бөтөнгә әйләнде. Ҡулдан ашатыу, йоҡларға эргәмә һалыу, хатта аҫтындағы ярауын таҙартыу ҙа миңә оло ҡыуаныс килтерҙе. «Йән тартмаһа ла, ҡан тарта», тигәндәре шул булдымы икән?!
 
Хәҙер инде уның алдында эсергә тартына башланым. Уның миңә төбәлгән күҙҙәрен күреп ҡалһам, ҡулымдағы күтәргән стаканым кире төштө. Артым менән ултырһам да ҡараштарын елкәм менән тойҙом. Өйҙән ситтә эскәндә лә улар күҙ алдымдан китмәне. Эсеп ҡайтһам, белендермәҫкә тырыштым, иртәгеһен уға күренергә тартына башланым. Шулай яйлап эсеүҙе ҡыҫҡарттым. Һәм бер ярты йылдан бөтөнләйгә туҡтаттым.
 
Хәҙер уйлап ҡуям әле : Хоҙай Тәғәлә гонаһтарыбыҙ өсөн шул зәғиф баланы биреп, уны фәрештәгә әйләндереп, ошо бала арҡылы мине был афәттән ҡотҡарҙымы икән әллә?
 
Ҡәйнәм үлгән йылды ҡаланан әсәләренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан бер тол ҡатын менән таныштым. Минең тәҡдимгә «Яңғыҙлыҡтан туйҙым» тип ризалығын бирҙе. Уның янына күсеп килдек. Хәҙер ике бала үҫтерәбеҙ.
 
Яҙмышым эске менән бәйләнгәс, шуны ла әйтмәксемен: мин белә-белгәндән бирле туҡтауһыҙ эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла. Эйе, ипләберәк тә әйтеп ҡаранылар, артығыраҡ та бөгөп ташланылар, ләкин һөҙөмтә юҡ. Һөҙөмтә юҡ икән, тимәк, көрәшә белмәйбеҙ. Тимәк, уны тыуҙырыусы төп сәбәптәрҙе, тамырын асыҡлай алмағанбыҙ. Эскеселек бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел. Үҙ теләгебеҙ менән Рәсәйгә ҡушылып, үҙ теләгебеҙ менән революция яһап, кешелек рухын, иманды ҡасырыусы система төҙөп, үҙебеҙҙең өнһөҙлөк менән елкәләребеҙгә араҡыны сәйәсәттең бер өлөшө тип ҡараған «көтөүсе»ләрҙе ултыртып, үҙебеҙ теләп алған «мираҫ» ул.
 
Меңәрләгән кешеләрҙе эшенән урамға ҡыуып сығарыу, эшләгәндәренә хеҙмәт хаҡын араҡы менән түләү, төрлө төбәктәрҙәге ҡан ҡойош (унан ҡайтыусылар наркомандар менән эскеселәр рәтен тултырыусылар, тиһәм дә яңлышмамын) шул эскеселекте тыуҙырыусы сәбәптәр түгелме ни?! Күптәренең заман ауырлығына һылтанып төшөрөп йөрөүе сәбәп түгел, үҙ-үҙеңде алдау ғына ул. Сөнки урам буйлап эсеп йөрөүсе әҙәмдәрҙең береһе лә ыштанһыҙ түгел, өҫ-башы ялтырап, йөҙҙәре йылтырап тора. Ә ас кешелә күберәк ашау ҡайғыһы була. Шулай уҡ эскеселеккә ҡаршы көрәштә төрлө экстрасенс, препараттарҙың файҙаһы аҙ, минеңсә. Кешенән бигерәк кешелекте дауалау мөһимерәктер.
 
Аллаға шөкөр, һүнеп барған динебеҙ ҡояшы тағы ла балҡып, үҙенең изге нурҙарын яңынан һибә башланы. Радио, телевидение, ваҡытлы матбуғатҡа йышыраҡ рухи байлығыбыҙҙы яҡтыртып, кешеләр күңеленә ҡасҡан иманыбыҙҙы тиҙерәк кире ҡайтарырға булышлыҡ итеү фарыздыр, тим. Сөнки дин менән эскелек бер-береһе менән һыйышып йәшәй алмай. Йәғни, иманлы ерҙә яман булмаҫ. (Хәҙер килеп Алла иҫенә төшкән, ә элек нәмә ҡараған һуң, тиерҙәр. Элек тә һәр саҡ уйымда ине ул, ләкин эсемдәге шайтан минән көслөрәк булып сыҡты. Ә һуңлап булһа ла иманға килеү - үҙе ҙур батырлыҡ, оло сауап ул.)
 
Бында мин бына шулай ғына эскелекте еңеп була, тип раҫламайым, шулай уҡ һәр эскесегә зәғиф бала ла теләмәйем. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, һәр нәмәгә шунса ҡараш бар, тиҙәр бит әле. Ә был минең ҡарашым. Үҙемдең ниндәй һуҡмаҡтан китеп, ниҙәргә юлығыуымды һөйләргә, үҙ фекеремде әйтеп бирергә тырыштым. Анау шыуышып килеп тәҙрәгә баҡҡан зәғиф баланың күҙҙәре, бәлки, күберәк тә, дөрөҫөрәк тә һөйләйҙер ҙә бит… Аңлаусы булһа…
 
 
 
Мөҙәрис БАГАЕВ.
Автор:
Читайте нас: