Шоңҡар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2023, 09:23

ТЕЛӘКТӘР

- Ҡатыным йәш, матур булһын! Күп итеп аҡса теләйем! Мине хөрмәт итһендәр! Һаулығым айғырҙыҡы кеүек булһын! Машина ла кәрәк! Бәхет тә булһын...

ТЕЛӘКТӘР
ТЕЛӘКТӘР

Бер заман балыҡсы алтын балыҡ тота. Эй, ҡыуана! Шатланмаҫлыҡмы ни: хәҙер бөтә теләктәре тормошҡа ашасаҡ бит!

Алтын балыҡ телгә килә:

-Йә, һөйлә теләктәреңде. Мине кире ебәрһәң, барыһын тормошҡа ашырырмын.

Үҙ бәхетенә үҙе ышанмай, балыҡсы нимәнән башларға белмәй ҡапыл аптырап ҡала. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ҡурҡып, башына ни килә, шуны теҙә

- Ҡатыным йәш, матур булһын! Күп итеп аҡса теләйем! Мине хөрмәт итһендәр! Һаулығым айғырҙыҡы кеүек булһын! Машина ла кәрәк! Бәхет тә булһын...

- Ярай, — тип йәнә телгә килә алтын балыҡ. — Быларҙың бөтәһе лә һиндә булды!

Аптырап торған балыҡсының ҡулынан йылғаға ырғый ҙа тулҡындар араһында юҡ була.

 

ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ АНЫҠ ИТЕП ӘЙТЕҮ ҘӘ МӨҺИМ. ЯҢЫ ЙЫЛДА СӘҒӘТТӘР УН ИКЕНЕ ҺУҠҠАНДА УЙЛАЯСАҠ ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ АЛДАН ӘҘЕРЛӘГЕҘ. ЮҒИҺӘ, БАЛЫҠСЫ ҺЫМАҠ, ХӘТИРӘЛӘР МЕНӘН ГЕНӘ ТОРОП ҠАЛЫУЫҒЫҘ БАР.

 

Тәржемә.

Автор:
Читайте нас: