– Балам! Мин һиңә бер нисә кәңәш васыят итеп ҡалдырам. Шуларҙы үтәргә тырыш, йәме. Бер ҡасан да беренсе булып һаулыҡ һорашма. Кискеһен гел тәмле итеп аша. Һәр көндө яңы аяҡ кейеме кей, – тигән дә донъя ҡуйған.
Улы атаһы әйткән васыяттарҙы тоғро үтәп йәшәй башлаған. Бер ваҡытта ла беренсе булып иҫәнләшмәгән, көн дә йоҡлар алдынан тәмле-татлы ашап, таң менән тышҡа өр-яңы ботинкалар кейеп сыҡҡан. Тик тора-бара шуға иғтибар иткән, уны ни эшләптер ауылда ихтирам итмәй башлағандар. Етмәһә, көн һайын тәм-том менән һыйланып, яңы аяҡ кейеме ала торғас, атаһы ҡалдырған аҡса ла бик тиҙ бөткән.
Бер көндө улы әсәһе эргәһенә килгән дә:
– Әсәй, ҡара әле, атай миңә дошманына һымаҡ кәңәштәр әйткән. Ни өсөн? – тип һораған.
Әсәһенең ябай ғына итеп биргән яуабы уны тағы ла аптыратҡан.
– Атайың әгәр ҙә һин ошондай һорау менән килһәң, аңлатып бирерһең, тигәйне. Бына тыңла әле: бер кем менән дә беренсе булып һаулыҡ һорашмаҫҡа тиеүе – тимәк, барыһынан иртәрәк тороп, баҫыуға эшкә барһаң, ул саҡта инде, киреһенсә, һине башҡалар сәләмләр. Ә көнө буйы арығансы эшләһәң, кискеһен бар аҙыҡ та татлы була ул. Яңы аяҡ кейеме тигәне – таҙаһы инде. Эштән һуң уларҙы иренмәйенсә һөртөп ҡуйһаң, көн дә иртән яңыны кейгән һымаҡ.
Әсәһе әйткән бар кәңәште үтәп, тиҙҙән егет ауылда иң ихтирамлы кеше булып киткән. Кәләш алып, үҙенең балалары булғас, уларға ла ошо өгөт-нәсихәттәрҙе еткереп, уйлап эш итеп, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә өйрәткән.