Ҡара икмәктән классик кеүәҫ!
Өйҙә әҙерләнгән кеүәҫ төрҙәре күп. Ләкин иң таралғаны – ҡара икмәктән ябай кеүәҫ. Һыуһынды ҡандырыусы эсемлекте әҙерләү өсөн 1,5 – 2 л һыу, 100 г ҡара икмәк сохарыйы (әлбиттә, магазиндан һатып алынған түгел, ә өйҙөкө), 150 – 200 г шәкәр, 6 г әсетке алына.
Еңелсә кипкән (кисәге) икмәкте ваҡ итеп телеп, духовкала ҡыҙарғансы тоторға. Әҙер сохарыйға ҡайнар һыу ҡойорға һәм 6 – 8 сәғәткә йылы урынға ултыртырға. Һуңынан һарҡытырға һәм шәкәр менән әсетке ҡушырға. Шыйыҡса бүлмәләге температуранан һалҡын булмаҫҡа тейеш. Кеүәҫте тағы ла 6 – 8 сәғәт әсетергә. Һуңынан һарҡытырға. Тороп ҡалған төпрәне ташламаҫҡа . Был киләһе кеүәҫкә әҙер әсетке. Уны айырым һауытҡа һалырға, таҙа марля менән ҡаплап, һыуытҡысҡа ҡуйырға.Эсемлекте шешәләргә ҡойоп һыуытырға. Теләк буйынса һәр шешәгә бер нисә йыуылған йөҙөм өҫтәргә мөмкин. Бындай кеүәҫ шәрбәтлерәк һәм хуш еҫле була. Кеүәҫте киләһе тапҡыр әҙерләгәндә әсеткегә шул уҡ күләмдә һыу, әсеткенең ярты өлөшөн генә һәм шәкәр һалырға. Йылы урында әсетергә.
Йәйге үләндәр менән
Кеүәҫ йәйге эсемлек тип һаналғанлыҡтан, уны йәйге үләндәрҙең хуш еҫтәре менән тәмләндерергә мөмкин. Уға нимә генә һалмайҙар: кейәү үләне, бөтнөк, ҡарағат йәки сейә япрағы, йүкә сәскәһе. Һеҙ ҙә эсемлеккә төрлө тәм өҫтәп ҡарай алаһығыҙ. Бынан кеүәҫ бары тик яҡшыра ғына.
500 г арыш икмәге сохарыйы, әсетке, 200 г шәкәр, 50 г йөҙөм, 5 – 10 япраҡ бөтнөк, 3 – 4 ҡара ҡарағат япрағы, 4 л һыу.
Икмәкте ваҡ итеп телергә һәм духовкала көрән төҫкә ингәнсе киптерергә. Сохарыйға ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 4 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Уны бер нисә ҡат марля аша һарҡытҡас, шәкәр, шыйыҡланған әсетке, бөтнөк, ҡарағат япраҡтары өҫтәп, һауытты таҙа туҡыма менән ябып, 10 – 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Ҡатнашма яҡшы итеп әсегәндән һуң, уны ҡабаттан һарҡытырға һәм һәр береһенә бер нисә йөҙөм һалынған шешәләргә ҡойорға. Һауыттарҙы ныҡлап ябырға һәм һыуытҡысҡа ултыртырға. Өс тәүлектән кеүәҫ әҙер булыр.