Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль , 13:49

Хәкимдең ике көнө

Ялының икенсе көнөн дә ҡабаланмай, үҙе теләгәнсә генә үткәрмәк ине лә… Күңелен ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо өйкәп тик тора. Әллә ял итеү нисек икәнен онотҡанлыҡтан, әллә ҡәйнәһенән тағы бер шылтыратыу көткәнлектән - һис ыраманы эше.

Хәкимдең ике көнө
Хәкимдең ике көнө



Яныуарҙар араһына ит киҫәге һымаҡ алып килеп ташланған яңы Кешене күреү менән трибуналағы халыҡ, ҡыуанып, "геү" итеп ҡалды. Кемдер ҡул сабырға, кемдер ярһып һөрән һалырға тотондо.

- Әйҙә, күрһәт үҙеңде!

- Бирешмә! Көрәш!

Туҙан баҫылғандан һуң, ҡото осҡан Кеше, тиҙ генә тирә-яғын байҡап, аренанан ҡасыу юлы юҡ икәненә инанды. Уйын шарттары буйынса йә көрәшәһең, йә уҫтаптай ас бесәйҙәргә тамаҡ булаһың… Бер сәғәт эсендә еңеүсе булып, үҙ аяғыңда сығаһың, йәки алып сығалар. Берәй нәмә ҡалһа инде… Ниндәй вәхши, ауырыу аҡыл уйлап тапҡан бындай күңел асыуҙы? Тәүтормошта түгел, ә егерме беренсе быуатта!

Хәйер, фәлсәфә һатып торорға ваҡыт юҡ! Ике яҡтан баҙлап янған ике пар йәшкелт-һары күҙҙәр, Кешене һиҫкәндереп, ҡырағай ҡурҡыу һәм үҙен һаҡлау инстинкты уятып ебәрҙе.

Уның тойғоларын аңлағандай, йәш инә арыҫлан йомшаҡ баҫып, яйлап ҡына, ярым шыуышып ҡорбанына табан ыңғайланы. Тыны ҡыҫылып, ауыҙы менән һауа йотоп, артҡа сигенә-сигенә нисек үлемдән ҡотолорға тип сәбәләнде бахыр Кеше.

Уйын башланғанын күреп, тамашасылар тағы шашып, трибунаны күсереп алып барғандай, гөрөлдәргә кереште. Ҡан көҫәп, яныуарҙарҙы ҡеүәтләгәндәре лә, меҫкен Кешене йәлләп тамаҡ ярғандары ла бар.

- Йә, ташлан! Аша!

- Һикер өҫтөнә! Һөс!

- Ҡас!

Ҡысҡырып ҡына ҡәнәғәтләнмәй, былай ҙа ярһыған арыҫландарҙарҙы ҡотортоп, ҡайһы берәүҙәр таяҡ, таш бәрҙе ситлек аша.

Ҡурҡыуынан аҡылдан яҙыр сиккә еткән Кеше, арты менән стенаға килеп төкөгәнен һиҙҙе, сигенә торғас. Күҙҙәрен дә йоммай, моронон ялай-ялай яҡынлашып килгән хайуанға ҡарап: "Хуш, донъя!" - тине бышылдап.

Ҡапыл янына йәтеш кенә, йомро таш осоп килеп төштө… Кеше, күп уйлап тормай, эйелеп ала һалды ла, арыҫланға тоҫҡап атып бәрҙе.

"Нимә эшләйһең ул? "- тигән һымаҡ ҡараны ла, эргәһенән тәгәрләп үтеп киткән таш артынан " ялп" итеп сабып сығып китте йәш яныуар. Ҡыуып еткәс, тәпәйҙәре менән улай-былай бәргесләп уйнатты ла, кире этеп, ни үле, ни тере торған Кеше алдына килтереп һалды.

"Уйнағың киләме?" - тип, ҡалтыранған ҡулдары менән алыҫыраҡ ташланы меҫкен. Тегенеһе кәйелә-кәйелә тағы йүгерҙе.

Был күренеште күҙәтеп ултырған дәү кәүҙәле оло арыҫлан ҡабаланмай ғына Кеше алдына килеп баҫты. Уның олпатлығын күргән ҡорбаны, быныһын "тәтәй" менән генә алдатып булмаҫлығын аңлап, бөтә тәне менән стенаға һеңде. Тамам хәле бөтөп, сүгәләп төштө ҡурҡыуынан.

Мороно менән төртөп-төртөп еҫкәп алған хайуан, аҡыллы, бөтәһен дә аңлаған ҡараш ташлап ҡуйҙы.

- Ҡас, Кеше! - тип телгә килде ҡарт арыҫлан.

- Аяҡтарым тыңламай…

- Мин үләкһә ашамайым… Йүгер! Юғиһә, уйындың мәғәнәһе китә бит!

Кешене бөтмәҫ асыу ялмап алды. Йөнтәҫ баш, үҙен өҫтөн ҡуйып, ниндәй тәкәббер ҡылана!

- Мәғәнә кәрәкме ни һиңә, ахмаҡ бесәй! Һиңә уйын ҡайғыһы, ә миңә - йәшәү! Минең өсөн мәғәнә - ғүмеремде һаҡлап алып ҡалыу! Бер сәғәт кенә түҙһәм…

Ауыҙын ҙур асып, бөтә тештәрен күрһәтеп иҫәнәп алды ла, көлөмһөрәгәндәй:

- Шул хәтле йәшәгең киләме? - тип һораны яныуар.

- Килә, бик килә!

- Улайһа - түҙ!

Арыҫлан яҫы, ауыр тәпәйен Кешенең арҡаһына һалды. Тонналай күренгән йөктән меҫкендең умыртҡа һөйәктәре шытырлап киткәндәй булды. Ни тора алмай, ни ҡоламай, бөтә тәне ауыртып ойоп, ҡатып ҡалды Кеше…

Шыбыр тиргә батып, арҡаһы, биле дыулауҙан уянып китте Хәким. Ҡайҙа икәне яйлап зиһененә барып еткәс, әҙерәк тынысланып, иркен һулап ҡуйҙы. "Тәүбәкәйем, төш кенә икән…" Тәҫъораттарынан иҫәңгерәп бер аҙ ятты ла, һуҙылып-кирелеп тороп, тәпешкәләрен эләктереп, йыуыныу бүлмәһенә юлланды.

Сәй ҡайнатып, тамаҡ ялғап алғас, кәйефе ярайһы уҡ күтәрелеп китте Хәкимдең. Ял көнө икәне лә күңелде йылыта. Ҡатыны эштә, балалары - мәктәптә, ә ул фатирҙа яңғыҙы, үҙе баш, үҙе - түш.

Бына ул, оҙаҡ көткән бәхет, тип, телевизорын ҡабыҙып, диванына ауып китте ир. Ысынлап та, һуңғы айҙа хужаһы, бәләкәй ҡаланың ҙур эшҡыуары тигәндәй, үҙе лә ял итмәне, ассистенты булып эшләгән Хәкимде лә ат урынына екте. Ниһайәт, үтескә биреп торғандай ғына ике көн бирҙе лә, эш буйынса китеп олаҡты Өфөһенә.

Ялының беренсе көнөндә йоҡоһон туйҙырып, фатирында ваҡ-төйәк эштәрен бөтөрҙө лә, күптән ремонт көткән машинаһында соҡондо Хәким. Кискә ҡарай, ҡәнәғәт төҫ менән “ҡарлуғасына” йылмайып ҡарап торғанда ҡапыл телефоны шылтыраны.

- Ике көн ял биргәндәр икән, ҡасан киләһең баҡсала булышырға? - тип, уратып-сурытып тормай һүҙ башланы ҡәйнәһе.

- Үҙемдең эш күп бит әле… Белмәйем, - Хәкимдең тауышы тыныс ҡына сыҡһа ла, эстән яйлап "төтәй" башланы. Ер аҫтында йылан көйшәүен дә белә, бер нәмә йәшереп булмай!

- Ниндәй эшең булһын һинең! Ятаһыңдыр әле фатирыңда һуҙылып төшөп!

Ҡәйнәһенең дорфа һүҙҙәре гаражда йөрөп ярайһы уҡ асыҡҡан, арыған ирҙең асыуын ҡабартып ебәрҙе.

- Законлы ялым! Теләйем икән, тәгәрләп йөрөйөм, ә теләйем икән - "йондоҙ" һымаҡ һуҙылып ятам!

- Йә, ярай. Бәрәңге һорап килгәндә күрһәтермен әле йондоҙҙо! - тип, һаубуллашмай ҙа трубканы ташланы үпкәләгән ҡәйнәһе.

Ҡыҫҡа ғына һөйләшеү кәйефен “ҡыйшайтып” ебәрҙе Хәкимдең. Ғәҙәттә, ул ҡаршы әйтеп, ирешмәй ҡәйнәһе менән, йомоштарын да ялындырмай ғына үтәп ҡуя. Бөгөн генә ниңәлер, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртмаҡ ине лә, ана бит, тәпешкә менән алды башына… Кискә ҡарай тамам йәне көйөп, ҡатыны менән дә һүҙгә килешеп, үсегешеп йоҡлап китте ул.

Ялының икенсе көнөн дә ҡабаланмай, үҙе теләгәнсә генә үткәрмәк ине лә… Күңелен ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо өйкәп тик тора. Әллә ял итеү нисек икәнен онотҡанлыҡтан, әллә ҡәйнәһенән тағы бер шылтыратыу көткәнлектән - һис ыраманы эше. Ҡарышҡан

шикелле, көнө буйы берәү ҙә борсоманы. “Үпкәләнеләр, ахыры,” - тип уйланды ул, хафаланып. Уға тотоноп, быныһын йүнәткән булып, фатирында өйөрөлдө лә, йәне көйөп төкөрөп, тағы сәй эсергә ултырҙы.

Теге сәйер төшө лә тынғы бирмәй, иҫкә килә лә төшә…

"Кисәге ыҙғыш һөҙөмтәһе инде… - тип фекер йөрөттө ир. - Шулай… ҡатының, айырыуса, ҡәйнәң менән бәхәсләшеп китһәң - башҡалар тамаша ҡыла. Кемдер кәңәш биргән була, ә кемдер ҡыуанып китеп, тағы нығыраҡ бер-береңә ҡаршы һөсләтә. Ғаиләлә ыҙғыш сыҡһа, кем еңер тигәндәй, төштәге тамашасылар кеүек, ҡыҙыҡ күреп, аҙағын көтә…

Әгәр ҙә инде, ирешмәйем тип, үҙ фекереңде әйтмәһәң, йә авторитеты, йә проблемалары менән баҫып сүгәләтеп тә ҡуялар…"

Уйлана-уйлана сәйен эсеп бөттө лә, йыйынырға тотондо Хәким. Гаражына инеп баҡса кәрәк-яраҡтарын, күстәнәскә тәм-том һалып алды.

"Иң яҡшыһы - теге йәш бесәйҙе алдаштырып уйнатҡан һымаҡ, үҙеңде лә кәмһетергә бирмәҫкә, уларҙы ла рәнйетмәҫкә… Тере ҡалғың килһә, ниндәйҙер компромисс эҙлә, тип ишара яһанылар бит инде төшөңдә,"- тип һөйләнә-һөйләнә ҡәйнәһенең баҡсаһына юл тотто.

 

Яҙгөл Байрамғолова

Автор:
Читайте нас: