Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттар ятағында булды.
2023-2024 йылдарҙа республика ярҙамы менән бинаға капиталь ремонт үткәрелде. 2022 йылда республикала колледждарҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә учреждениела уҡыу корпусы һәм оҫтаханалар ремонтланды. Бының өсөн төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум бүленде. Ә 2023 йылдың апрелендә Радий Хәбиров эш сәфәре барышында студенттар өсөн ятаҡты комплекслы ремонтларға ҡушҡайны, сөнки өйөм ятаҡҡа 50 йыл ремонт үткәне булмаған. Эштәр 2023 йылдың июлендә башланды. Төҙөүселәр фасадты яңыртҡан, тәҙрәләрҙе алмаштырған, эске биҙәү эштәрен башҡарған, эргә-тирәләге биләмәгә асфальт түшәгән.
- Дөйөм ятаҡты ремонтлау яҡшы шарттар булдырырға мөмкинселек бирҙе, ә был Баймаҡ колледжына тағы ла күберәк абитуриенттарҙы йәлеп итер, тип ышанайыҡ, - тине билдәләне Радий Хәбиров.
Дөйөм ятаҡты ремонтлауға студенттарҙан нығыраҡ ата-әсәләр шатлана.
- Ятаҡты ремонтлаған өсөн ҙур рәхмәт! Улыбыҙ ятаҡта йәшәне. Бәхеткә, яңыртылғаны ла эләкте беҙгә. Һәм тәүҙә булғаны һәм ремонттан һуңғыһы менән ер менән күк айырмаһы! Барыһы ла заманса, матур, уңайлы. Радий Фәрит улына, Хөкүмәткә һәм агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллинға, бар коллективҡа ҙур рәхмәт! Улар беҙҙең балалар өсөн шундай шәп шарттар булдырҙы. Студенттарға тырышып уҡырға ғына ҡала, - ти Әлиә Дауытбаева исемле әсә.