

"La Folle Journee" халыҡ-ара фестивален ойоштороусылар икенсе йыл рәттән Роберт Юлдашевты һәм "Ҡурайсы" төркөмөн Екатеринбургтағы ҙур сәхнәлә сығыш яһарға саҡырҙы.
Концерттың тәүге көнөндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина сығыш яһаны.
”Роберт Юлдашев – беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ. Ул - виртуоз оҫтабыҙ, талантыбыҙ. Сәхнә оҫтаһын ныҡ хөрмәт итәбеҙ, беҙ ҡәҙерләгән, яратҡан башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшөн халыҡҡа бүләк итә ул. Донъяның бик күп майҙандарында сығыш яһаны, һәм бөгөн дә уның иҫ киткес ҙур талантын күреү мөмкинлеге булды”, – тине халыҡ-ара гроссмейстер. Был фестиваль – донъяла йыл һайын үткән, киң танылған La Folle Journee фестиваленең Рәсәйҙәге варианты.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.