+22 °С
Ямғыр


Әбйәлил районында “Сәләмәт ауыл” район конкурсы иғлан ителгән. Ҡатнашыу өсөн иң тәүгеләрҙән булып үҙҙәре теләк белдергән Нияҙғол ауылы шәп байрам ойошторған.
"Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо кәсебе — кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеү маҡсатында сергетыш эшләү буйынса ярыш уҙғарҙы. Ташбулат ауыл биләмәһендәге бөтә ауылдарҙан командалар саҡырыуҙары булды, улар башланғысты күтәреп алды. Дәртле таҡмаҡ, уйын-көлкө менән оҙатылған ярыш сәмле барҙы, оҫта ҡатын-ҡыҙҙар жюри алдында йөҙ ҡыҙартмаҫҡа тырышты", - тип яҙа Әбйәлил районы гәзите.