Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
8 Июль 2022, 09:11

Ҡыҙыҡлы сараны тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

«Шүлгәнташ» музей комплексы данлыҡлы мәмерйәнән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҙыҡлы сараны тура эфирҙа ҡарарға мөмкинҠыҙыҡлы сараны тура эфирҙа ҡарарға мөмкин
Ҡыҙыҡлы сараны тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа күрһәтә.

9 июлдә Бөрйән районында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә «Шүлгәнташ» музей комплексын рәсми асыу тантанаһы була.

Ул данлыҡлы мәмерйәнән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Музейҙы асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Бишенсе яртыла һәм етелә «Көнсығышҡа боролош» халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы» темаһына пленар ултырыш ойошторола, был көн төнгө 11-ҙә ҙур Симфония төнө менән тамамлана.

Эфир көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас