

Бөгөн Әбүбәкерҙә урамдар байрамы гөрләне! Ауыл халҡы үҙенә хас ихласлығы менән әҙерләнгән был байрамға. Һәр бер урам вәкилдәре күргәҙмәләр, һыйлы табындар әҙерләп, ауыл урамдары буйлап парадта үтте. Урам исемдәрен йөрөткән билдәле шәхестәребеҙ хаҡында ла онотмаған ауыл халҡы.
Был ауылдың ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға маһир. Сарала һәр бер урамдың өҫтәле һый-ниғмәттән һығылып торҙо: ул баллы сәк-сәк тиһеңме, кәсәләргә ҡойоп ҡуйылған шифалы ҡымыҙ, татлы бауырһаҡ тиһеңме, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары, ул ҡыҙарып бешкән баҡса еләге... – барыһын да табып була ине был көндө. Шулай итеп, матур байрам табыны әҙерләгән, күргәҙмәләр теҙгән “Алтын ҡуллы хужабикә”ләр, оҫталарҙың барыһы ла бүләкләнде. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүсеһе лә була, <Өлгөлө урам> номинацияһына Ташлы урамы лайыҡ булды. Афарин!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ