Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
15 Июль 2022, 04:35

Композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл (1922 - 2004)

Шамил Зөфәр улының халыҡсан йырҙарын, сәнғәт өлгөләрен халыҡ әле лә кинәнеп тыңлай. Ә һеҙҙең  күңелегеҙгә  бигерәк тә ниндәй йырҙары  яҡын? 

Композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл (1922 - 2004)Композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл (1922 - 2004)
Композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл (1922 - 2004)

 Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов 1922 йылда  Өфө губернаһы Өфө кантонының Нөрлө ауылында (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) тыуа.  1945 йылда Башҡортостан музыка училищеһына инә һәм Н. А. Караулова класы буйынса 1948 йылда уҡып бөтә.

1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү  консерваторияһын вокал (педагогтар С. Н. Стрельцов, В. Ф. Карин), композиция (педагог Е. О. Месснер) специальностары буйынса тамамлай.

1952 йылдан  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының  солисы һәм  режиссёры булып эшләй. Шамил Ҡолбарисов 50-нән ашыу опера партияһын башҡара.   1968 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында солист һәм режиссёр, 1974 йылдан художество етәксеһе булып эшләй. Филармонияның 70-тән ашыу концерт программаһының режиссёры була. 1978—1989 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире.  1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

Шамил Зөфәр улы — «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» (Ш. Бикҡол  һәм Ш. Ҡолбарисов либреттоһы, 1965 йыл ҡуйыла), «Гөлсибәрҙең һөйгәне» (Н. Асанбаев либреттоһы, 1983) тигән оперетталар, симфоник оркестр өсөн «Байрам увертюраһы» (1982), «Халыҡҡа дан» кантатаһы (1952), Ш. Бикҡол шиғырына «Урал» хор поэмаһы (1953), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 100-ләгән йыр һәм романс,  Башҡортостандың театрҙарында ҡуйылған  40-тан ашыу спектакль музыкаһы авторы. 

Фото: interesnoe.me

Башҡорт Википедияһынан. 

Фото: ирекле сығанаҡ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас