Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
18 Июль 2022, 12:50

Һарт - Наурыҙ ауылы 310 йыллығын байрам итте

Прибельский ауыл Советы,урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашып, Ағиҙел туғайындағы майҙанды зауыҡлы биҙәгәндәр.Абдуллиндар,Ҡотлояровтар,Раүиловтар тарих төпкөлдәренә киткән бай йөкмәткеле шәжәрәләрен ҡуйғандар,сәхнәгә сығып эстәлекле итеп күрһәттеләр.

Һарт - Наурыҙ ауылы 310 йыллығын байрам иттеҺарт - Наурыҙ ауылы 310 йыллығын байрам итте
Һарт - Наурыҙ ауылы 310 йыллығын байрам итте

Һарт-Наурыҙым--ғүмер наҙым

Яҙмышымдың яҡты биҙәге һин,
Тыуған ауылым, Һарт-Наурыҙым.
Тәрән тарихыңа ғорурланам,
Һиндә бәхетемә мин тыуҙым.

Биргем килә һиңә,ауылҡайым,
Йөрәгемдә булған бар наҙым.
Бала сағым,саф йәшлек йылдарым
Һиндә үткәнгә,Һарт- Наурыҙым.

Йәшәһә лә йыраҡ-йыраҡтарҙа,
Һинән айырылып,Наурыҙым,
Ашҡыналар тыуған төйәгенә
Һәр бер улың һинең,һәр ҡыҙың.

Ҡаршылаһам ине күп-күп йылдар
Еҙем ярҙарында һәр яҙым,
Аҡ томандарына Ағиҙелдең
Бөркәнгәндә гүзәл Наурыҙым.

Фәрғәт Ҡотлобаев

Ошо яңы тыуған шиғырымды Һарт - Наурыҙ ауылының 310 йыллыҡ оло юбилейы көндө ҡотлау һүҙҙәре менән бергә ишеттерҙем.
Байрам ысындан бик матур үтте.Яҡшы әҙерләнгәндәр. Прибельский ауыл Советы,урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашып, Ағиҙел туғайындағы майҙанды зауыҡлы биҙәгәндәр.Абдуллиндар,Ҡотлояровтар,Раүиловтар тарих төпкөлдәренә киткән бай йөкмәткеле шәжәрәләрен ҡуйғандар,сәхнәгә сығып эстәлекле итеп күрһәттеләр.Өҫтәүенә,милли аштар ҡуйып,бай биҙәлгән тирмәләләр ҡорғандар.Көнө буйы халыҡ уйындары,спорт ярыштары,йыр - моң гөрләп торҙо.Яҡташтарын йылы һүҙҙәре,матур йырҙары менән ҡотлаған Рәсәйҙең атҡаҙанған,Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәновты көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршыланылар.
Күп ғаиләләр ауыл биләмәһе башлығы Наталья Суркова ҡулынан бүләктәр алдылар.Прибельский мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары Фәнзиә Өмәтҡолова етәкселегендә бик матур концерт номерҙары әҙерләгәндәр.Хатта Яңы Ҡыйышҡы,Иҫке Аҡташ ауылынан йыр - бейеүҙәр алып килгәндәр.
Һарт - Наурыҙдар киләсәккә өмөт менән ҡарап,яңы пландар менән йәшәйҙәр.Уңыштар уларға!

 

Автор:
Читайте нас