Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
19 Июль 2022, 11:54

"Йәштәр йыйыны - 2022" һине көтә!

"Йәштәр йыйыны - 2022" һине көтә!"Йәштәр йыйыны - 2022" һине көтә!
"Йәштәр йыйыны - 2022" һине көтә!

 «Йәштәр йыйыны-2022» форумына теркәлеү башланды. 

Хәҙер инде традиционға әйләнгән «Йәштәр йыйыны» форумы быйыл Өфөлә 12-14 сентябрҙә уҙасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның быйылғыһы киңерәк майҙан ала, Башҡортостан һәм Волга буйы йәштәрен берләштерә. 

 

Төп үҙенсәлеге шунда: форумда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы үтәсәк. Унда һәр ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант отоу мөмкинлегенә эйә. Был конкурсҡа заявканы 2022 йылдың 12 авгусынан «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында бирергә була. 

 

Ҡатнашырға теләгән һәр кем форумда эшләү өсөн дүрт майҙансыҡтың береһен һайлай ала: 

 

- «Мәғәнә юлы» тип аталған фекер алышыу платформаһы — сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәштәр үҙидаралығы лидерҙары, әүҙем студенттар өсөн. 

 

- «Фән юлы» белем биреү-инновация платформаһы – ғилми эшмәкәрҙәр, аспиранттар, IT-белгестәр, уйлап табыусылар, конструкторҙар өсөн. 

 

- «Йөрәк юлы» мәҙәни-ижади платформа — музыкантттар, вокалсылар, бейеүселәр, актерҙар өсөн. 

 

- «Батыр юлы» физкультура-спорт платформаһы — спортсылар һәм сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн. 

 

Теркәлеү өсөн ошо һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/62cfd8e67838b4… 

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020 йылғы форум Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Башҡортостандың барлыҡ райондарынан йәш белгестәрҙе, студенттарҙы, мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәрен бергә тупланы. Яҡындан аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, сарала ҡатнашыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итте, йәштәр араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыу юлдары хаҡында фекер алышты. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас