

Фестивалдә Ауырғазы, Әбйәлил, Ишембай, Балаҡатай, Салауат, Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Өфө, Иглин райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай һәм Ишембай ҡалаларынан уҡсылар ҡатнашты.
Бәйгенең тәүге көнөндә уҡсылар 10-55 метр арауыҡта ярышты. Ярыш халыҡ-ара дисциплина булып һаналған төрөктәрҙең "Пута" сәпенән башланды. Шулай уҡ етеҙлекте һәм тиҙлекте тикшереү, уңайһыҙ позициянан ата белеү өсөн төрлө сәптәр һәм дисциплиналар булды. Кисен балалар алдында семинар менән Юлай Ғәлиуллин сығыш яһаны. Артабан «пионер усағы» янында балалар алдында «Кош юлы» музыканттары йырланы. Фестивалдең икенсе көнөндә 3D атыу буйынса ярыштар үтте. Был һунар иммитацияһы, төрлө дистанцияларҙа каучуктан эшләнгән ҙур ҡош-ҡорт һәм хайуан һындары ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, был дисциплина бөтә донъяла киң таралған.