Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
20 Июль 2022, 03:45

Радмир Хәсәнов тыуған көнөн билдәләй

Радмир Марат улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ғаилә именлеге, сәләмәтлек,  ижади үрҙәр, алҡыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Радмир Хәсәнов тыуған көнөн билдәләйРадмир Хәсәнов тыуған көнөн билдәләй
Радмир Хәсәнов тыуған көнөн билдәләй

Радмир Марат улы Хәсәнов 1992 йылда Архангел районы Архангел ауылында тыуа. Бишенсе класҡа тиклем район үҙәгендәге 1-се мәктәптә белем ала. Һуңынан  ғаилә Яңы шишмә ауылына күсә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ егет сәхнә тормошо менән йәшәй. Тап шуға ла 2009 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал сәнғәте бүлегенә (В.Хызыров класы) уҡырға инә. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера йырҙарын башҡарыу оҫталығы кафедраһында (Й.Әбделмәнов класы) белем ала. Профессиональ йырсы (баритон). Башҡорт, татар, рус, сит ил эстрада йырҙарын һәм операларын башҡара. Репертуары бик бай. Алып барыусы.Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. БР Мәҙәниәт министры Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Йырсыға тағы ижади үрҙәр, алҡыштар теләйбеҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас