

22-24 июлдә Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында Волга буйы болғарҙары менән ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса «Тыуған батыр» Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы.
Бәйгелә Дағстан, Башҡортостан, Удмуртия республикаларынан, Әстерхан, Һамар өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандың күп кенә район һәм ҡалаларынан 65 уҡсы ҡатнашты.
Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы булды.
«Оҫталар» (ир-егеттәр) номинацияһында Салауат Юлбирҙин, Айнур Йәрмөхәмәтов еңеп сыҡты, «Яңы башлап тороусылар» (ир-егеттәр) номинацияһында Раил Ғәлиуллин еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Оҫталар» номинацияһында башҡорт ҡыҙҙары Әлиә Ишморатоваға, Лиана Ихсановаға, Динә Вәлиеваға тиңдәр булманы. «Яңы башлап тороусылар» (ҡатын-ҡыҙҙар) номинацияһында Ләйсән Абдуллина еңеүселәрҙең береһе булды. Балалар араһында Батыр Хәйретдинов, Данияр Заһретдинов, Батырхан Ғайсин беренселекте бирмәне.
Сығанаҡ: