

Туҡымаға ептәр һанын иҫәпләп, геометрик биҙәктәр төшөрөп сигеүҙе башҡорттар «Һарауыс» тип атай.
Заманса кейемдәрҙәге боронғо сәнғәтте Сибай ҡалаһы оҫтаһы Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы Тажетдинова тергеҙгән.
«Һарауыстар менән 2000 йылдарҙан бирле ҡыҙыҡһынам. Күп музейҙарҙа эшләп, сигелгән биҙәктәр менән һарауыстарҙы, күлдәктәрҙе фотоға төшөрөргә тура килде. Үҙем өсөн тәүге күлдәктәрҙе теккәс, башҡорт иҫәп орнаменты башҡаларға ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғаны асыҡланды. Шуға күрә мин «Харауыс - Хараус» ижади оҫтаханаһын булдырҙым. Беҙ тәбиғи туҡымаларҙа ағас штамптар менән башҡорт сигеү биҙәктәрен эшләйбеҙ. Тәү сиратта был етен - Көньяҡ Уралдың географияһына хас материал. Кейемебеҙҙең иркен йөҙө лә башҡорт тарихи ысынбарлығына ауаздаш. Бында төп урынды уңайлылыҡ биләй», — тип белдерә Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы.
Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ