+21 °С
Болотло


Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Мәмбәт ауылынан “Туржы ынйылары” халыҡ фольклор коллективы Айгөл һәм Марат Мәмбәтовтарҙа йәш киленде ҡаршылау йолаһын үткәрҙе. Был хаҡта "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите һөйөнсөләй.
Фольклор коллективы ҡунаҡтарҙы, ҡоҙаларҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Йәштәргә мөхәббәт һәм аҡ бәхеттәр теләп, кейәү йортона оҙаттылар. Беҙ ҙә йәш ғаиләне иҫтәлекле көндәре менән тәбрикләп, бәхетле, тигеҙ ғүмер, матур һәм аҡыллы сабыйҙарға ғүмер биреп, уларҙы игелекле итеп үҫтереүҙәрен теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре".