

Кисә Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале тамамланды.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар артта ҡалды! "Оҙон бәйге" бөтә тоҡомло аттар ярышында, 14 саҡрымдағы (8 түңәрәк) араны иң беренселәрҙән булып эшҡыуар Алмас Шөғөровтың аты килде. Турысай ҡушаматлы ат өҫтөндә жокей Сергей Айсенов Турысайға хатта ултырып түгел, ә һыбай сапты. Еңеүсегә төп бүләкте "Лада Гранта" автомобиленә сертификат һәм дипломды Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Алмас Шөғөров - Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан. Ул үҙ хужалығында ат спортын үҫтереү йүнәлешен үҙ иткән. Уның тәрбиәләгән арғымаҡтары Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла еңеү яулай.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.
Автор:Карима Усманова.