Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
31 Июль 2022, 16:45

Роберт Миңнуллин ҡәберенә таш ҡуйылды

Шағирҙың бихисап йырҙарын йырлап үҫтек. Ә һеҙ бигерәк тә ниндәй йырҙарын ярата инегеҙ? 

Роберт Миңнуллин ҡәберенә таш ҡуйылдыРоберт Миңнуллин ҡәберенә таш ҡуйылды
Роберт Миңнуллин ҡәберенә таш ҡуйылды

Ҡазанда яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин ҡәберенә таш ҡуйҙылар. Был хаҡта "Татар-информ" хәбәр итә. "Атайҙың ташы үҙе кеүек ябай һәм йөкмәткеле булырға тейеш ине. Ул бындағы  башҡа таштарҙан ҙурлығы менән әллә ни  айырылып тормай, сөнки атай халыҡтан асыҡ айырылып торманы", тине шағирҙың ҡыҙы Таңһылыу Сабирова. Ул  ярҙам иткән өсөн Хөкүмәткә, мәҙәниәт министрлығына, ташты яһаусыларға рәхмәттәрен еткерҙе, тип яҙа "Татар-информ". Сараға ТР мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Нотфуллин, ТР Дәүләт Советы депутаты Римма Ратникова, Татарстан  Яҙыусылар союзы рәйесе Ркаил Зәйҙулла килгән, туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре йыйылған ине. Сығыштарҙа ҙур шағирҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары тураһында һүҙ булды.

Фото: "Татар-информ"

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас